Өфөлә үткән "Яңы йыл ғаилә уйындары" фестивалендә әбйәлилдәр беренсе урын яуланы.
Сара 20 ғинуарҙа баш ҡалалағы "Динамо" стадионында үтте. Республиканың 69 төбәгенән ҡатнашҡан ғаиләләр араһында Әбйәлил районы намыҫын Таһир Кусимов исемендәге гимназиянан Килдейәровтар яҡланы. Улар дөйөм мәрәйҙәр буйынса еңеүсе тип табылды!
Эльмира һәм Илһам Килдейәровтар 4-се класта уҡыған улдары Әҙеһәм менән ҡатнашты. Спорт яратҡан ғаилә районда үткән төрлө спорт сараларында ла әүҙем, күптәргә өлгө.
Еңеүсе ғаилә "Танып" ял йортона путевка менән бүләкләнгән.
Фото: Ласын Усманов.