Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
22 Ғинуар 2023, 19:00

Өфө янында - ауҙарыш уйыны

Әлегә тиклем баш ҡалаға яҡын урында туристарға ауҙарыш уйынын күрһәтеү өсөн үҙәк булманы. Ә хәҙер бар!

Өфө янында - ауҙарыш уйыны
Өфө янында - ауҙарыш уйыны

Халҡыбыҙ элек-электән ат менән дуҫ булған, һыбай йөрөгән, төрлө ярыштар үткәргән. Үткән йылда Баймаҡ районында "Башҡорт аты" фестивале үтеүе лә ошо хаҡта һөйләй.

Билдәле замандашыбыҙ Артур Иҙелбаев "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә ауҙарыш уйыны хаҡында ла яҙған.

"Хәҙер беҙҙең ауҙарыш көрәше буйынса үҙ командабыҙ бар. Бында – ике һыбайлы бер-береһен аттан һөйрәп төшөрөргә тырыша, кем булдыра ала, шул еңә.

Ысынлап та, был – ысын батырҙар алышы. Көслө ҡуллы, оҫта булыу ғына түгел, эйәрҙә үҙеңде ышаныслы тотоу ҙа кәрәк. Башҡортостанда был көрәш төрө Белорет, Ейәнсура, Баймаҡ, Әбйәлил, Балаҡатай һәм башҡа райондарҙа бик популяр.

Батырҙарҙың атта көрәшеүен күҙәтеү - иҫ киткес тамаша. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлегә тиклем уны бар теләгән туристар ҡарай алырлыҡ үҙәк булманы. Етмәһә, Өфөнән алыҫ түгел. Ә хәҙер бар! Иглин районындағы "Алтын ҡош" туристик комплексында атта йөрөргә, йәйәнән атырға, йылы тирмәлә ашарға теләгән һәр кем өсөн турҙар асылды. Программала атта һыбай йөрөгән батырҙарҙың күрһәтмә сығыштары ҡаралған.

Сығыштың тәүге презентацияһы күптән түгел үтте. Туристик урынға килгән 30 кеше быны күреп һоҡланды. Тамашаны ҡарарға туристар сиратҡа теҙелеп баҫты. Ярай әле, үҙәктә аттар етерлек. Тәнәфестә кешеләрҙе эҫе былау, үлән сәйе, ҡамыр ризыҡтары көтә ине. Шуныһы яҡшы, 30 кешелек иркен тирмә йылытыла, унда ҡыш хатта күлдәктә генә ултырырға ла мөмкин. Шулай уҡ комплекс эргәһендә йылы бәҙрәфтәр бар. Өҫтәмә күңел асыу сараларынан ағас бәүелсәктә эйеү, балалар өсөн зоопарк, уҡ атыу ҡаралған.

Ҡунаҡтар бик ҡәнәғәт ҡалды. Сираттағы уйын киләһе ял көндәрендә көтөлә", - тип яҙған Артур Иҙелбаев.

Видео Артур Иҙелбаевтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән, фото - скриншот.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: