Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
22 Ғинуар 2023, 21:00

Хоккей турнирында кемдәр еңде?

Ярышта Баймаҡ, Иҫке Сибай һәм Йылайыр районы командалары ҡатнашты.

Хоккей турнирында кемдәр еңде?
Хоккей турнирында кемдәр еңде?

Ошо көндәрҙә Баймаҡ ҡалаһының Салауат Юлаев исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында район хакимиәте башлығы Кубогына хоккей ярышы үтте.

Унда Баймаҡ, Иҫке Сибай, Йылайыр командалары ҡатнашты. Сара хаҡында Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә яҙған.

"Салауат Юлаев исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында муниципаль район хакимиәте башлығы Кубогына хоккей яратҡан ир-егеттәр командалары араһында турнир уҙҙы. Ул Башҡортостан Спорт министрлығы ойошторолоуҙың 100 йыллығына арналды. Кубок өсөн өс йыйылма команда - Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылы, Йылайыр районының Исҡужа ауылы һәм Баймаҡ ҡалаһы командалары көрәште. Баймаҡ ҡалаһы һәм Йылайыр спортсылары араһындағы финал уйыны турнирҙың сағыу осрашыуы булды. 6:2 иҫәбе менән Баймаҡ ҡалаһы командаһы еңеү яуланы", - ти яҙған Фәнис Ғәбдрәшит улы.

Әйткәндәй, Фәнис Ғәбдрәшит улы - Баймаҡ ҡалаһының "Алдар батыр" командаһында иң көслө хоккейсыларҙың береһе. Тантананы асып, уйынды башлап ебәргәндә тәүге шайбаны боҙға төшөрөү йолаһын ул үҙе башҡарған. 

Фото: Фәнис Әминевтең "Бәйләнештә"ге сәхифәһе.

Хоккей турнирында кемдәр еңде?
Хоккей турнирында кемдәр еңде?
Хоккей турнирында кемдәр еңде?
Хоккей турнирында кемдәр еңде?
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: