Спорт һәм туризм
23 Ғинуар 2023, 04:00

Әбүбәкерҙә - саңғы ярышы

Фәтих Сынбулатовтың яҡты иҫтәлегенә арналған саңғы ярышы Әбүбәкер ауылында икенсе тапҡыр уҙа

Әбүбәкерҙә - саңғы ярышыӘбүбәкерҙә - саңғы ярышы
Әбүбәкерҙә - саңғы ярышы

Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы төркөмөндә хәбәр ителеүенсә, Фәтих Сынбулатовтың яҡты иҫтәлегенә арналған саңғы ярышы Әбүбәкер ауылында икенсе тапҡыр уҙа. Быйыл саңғыға йөҙҙән ашыу ҡатнашыусы баҫты.

"Айыҡ ауыл-2022" конкурсы сиктәрендә уҙған сәләмәтлек һәм спорт байрамы 7 йәштән алып 68 йәшкә тиклемге ярышсыларҙы берләштерҙе. Улар араһында Фәтих Ишмөхәмәт улының туғандары, ауылдаштары, коллегалары һәм дуҫтары ла булды. Бәләкәс кенә ҡыҙҙар - малайҙар ҙа, олпат ағай-апайҙар ҙа сәмләнеп финиш һыҙығына шыуҙы. Һөҙөмтәлә балалар һәм үҫмерҙәр араһында үҙ категорияларында Лилиә Акилова, Азалия Мөхәмәтйәнова, Билалов Ислам, Аҡҡужин Данияр беренсе урынды яуланы. Ҡатын- ҡыҙҙар һәм ир- егеттәр араһында Әбүбәкирова Гүзилә, Билалова Гөлйыһан, Мәмбәтов Ғирфан алдынғылыҡты бирмәне. Иң бәләкәй ҡатнашыусы ете йәшлек Салауат Солтанғужин булһа, иң олоһо - 68 йәшлек Зиннур Байбулатов. Фәрхетдин Билалов һунарсы саңғыһында сығып "Иң эксклюзив" номинацияһын алды.

Бар ҡатнашыусыларға ла ойоштороусылар - Фәтих Ишмөхәмәт улының туғандары иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Шуныһы ҡыуаныслы, сара йылдан-йыл үҫә, ҡатнашыусылар һаны арта. Айырыуса бәләкәс кенә балаларҙың кемуҙарҙан ярышыуы, спортҡа ылығыуы ҡыуандыра. Балалар сәләмәт, әүҙем тормошто үҙ итеп үҫә икән, тимәк ауылдың киләсәге лә ышаныслы.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, быйыл республикала үткән "Айыҡ ауыл" конкурсында Әбүбәкер ауылы халҡы район данын яҡлаясаҡ.

Фото: Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы.

Әбүбәкерҙә - саңғы ярышы
Әбүбәкерҙә - саңғы ярышы
Әбүбәкерҙә - саңғы ярышы
Әбүбәкерҙә - саңғы ярышы
Әбүбәкерҙә - саңғы ярышы
Әбүбәкерҙә - саңғы ярышы
Автор:Карима Усманова
Читайте нас