

Хөкүмәттең бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә ойошторорлған аҙналыҡ кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың ҡайһы бер күрһәткестәре менән уртаҡлашты. Мәҫәлән, Башҡортостан 2022 йыл йомғаҡтары буйынса Милли туристик рейтингтың лидерҙары иҫәбенә ингән.
– Беҙҙә туристар һаны арта, инфраструктураны үҫтерәбеҙ, ылыҡтырғыс туристик төбәккә әүереләбеҙ. Маҡсатыбыҙ – популяр туристик йүнәлештәр буйынса Рәсәйҙең иң яҡшы биш төбәге иҫәбенә инеү, был – реаль бурыс. Уҙған йылда ғинуарҙан ноябргә тиклем республикаға 1,7 миллион турист килгәйне, быйыл 2 миллион булыр тип көтәбеҙ, – тине Радий Хәбиров.
Алдан хәбәр итеүебеҙ буйынса, Башҡортостандың Милли туристик рейтингта 11-се урынды биләгәйне
Фото: ГорОбзор.