Былтыр республиканың тәбиғәт парктарына 205 меңдән ашыу кеше килгән. Башҡортостандың махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, “Ҡандракүл” тәбиғәт паркында туристарҙың иң күп һаны теркәлгән — 98 852 кеше.
Популярлығы буйынса икенсе урында “Мораҙым тарлауығы” тәбиғәт паркы тора - 46850-нән ашыу кеше килгән. “Ирәмәл” һәм “Асылыкүл” тәбиғәт парктары 32182 туристы һәм 26770 ябай ял итеүсене ҡабул иткән, ә “Еҙем” тәбиғәт паркында 1195 турист булған.
Туристар ағымы республиканан ғына түгел, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән, шул иҫәптән Мәскәү, Санкт-Петербург, Һамар, Татарстан, Пермь, Ырымбур, Силәбе һәм Свердловскиҙан. Һәр объектта махсус һаҡланыу режимдарын тәьмин итеү шарты менән ял өсөн уңайлыҡтар булдырыу буйынса саралар күрелә.
Тәбиғәт парктары туризмдың төрлө йүнәлештәрен, шул иҫәптән тау, һыу һәм спелеотуризмды үҫтереүгә булышлыҡ итә. Тәүгеһе "Ирәмәл" тәбиғәт паркының төп йүнәлеше булып тора. Оло Ирәмәл тауына менеү өсөн туристик маршруттар, шул иҫәптән "Урал батыр" эпосы буйынса экологик-мәҙәни маршрут бар. Яңы Мораҙым мәмерйәһенә экскурсиялар ойошторолған Мораҙым тарлауығында спелеотуризм үҫешә. Туризмдың һыу төрҙәрен “Асылыкүл”, “Ҡандракүл”, “Еҙем” тәбиғәт парктары үҫтерә.
Башҡортостан Милли туристик рейтингта 11-се урынға сыҡты. Быйыл рейтингты төҙөүселәр традицион "алтын 20"не 30 төбәккә тиклем еткергән. Рейтингта Краснодар крайы, Мәскәү өлкәһе һәм Мәскәү алдынғы һыҙыҡты биләне. Тәүге унау иҫәбенә шулай уҡ Санкт-Петербург ҡалаһы, Ҡырым Республикаһы, Түбәнге Новгород өлкәһе, Приморье крайы, Алтай крайы, Татарстан Республикаһы, Һамар өлкәһе инә. Башҡортостан 99,2 мәрәй йыйған — 10-сы урындан 1,8 мәрәйгә генә ҡалған.
Белешмә:
Башҡортостандың айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре дирекцияһы биш тәбиғәт паркы һәм 27 дәүләт ҡурсаулығы өсөн яуаплы. Был махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләренең дөйөм майҙаны 570 мең гектарҙан ашыу тәшкил итә.
Фото: vsegda-pomnim.com