Бөгөн “Салауат Юлаев” командаһы баш ҡалабыҙҙа Ҡазандың “Аҡ Барыҫ”ы менән осрашты.
Был уйын миҙгелендә юлаевсылар өсөнсө еңеүен яуланы. Шулай итеп, Виктор Козловтың командаһы Континенталь хоккей лигаһы чемпионатының Фонбет матчында дүрт тапҡыр рәттән еңелгәндән һуң, ниһайәт, беренселеккә сыҡты. Командалар был уйын миҙгелендә алтынсы “йәшел дерби”ҙы үткәрҙе. Һәм һәр клуб өсөшәр еңеү яуланы!
Командабыҙ файҙаһына 2:1 иҫәбенә тамамланған бөгөнгө матчта ҡунаҡтар ҡапҡаһына юлаевсыларҙан Сергей Шмелев һәм өҫтәмә ваҡытта Александр Хмелевский гол индерҙе.
Фото: “Салауат Юлаев” хоккей клукбы.