Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
26 Ғинуар 2023, 12:00

Радик Юлъяҡшин Өфөлә бушлай концерт ҡуясаҡ

Халыҡтың кәйефе өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөмә алырға ҡарар иттем, тип белдергән ул.

Радик Юлъяҡшин Өфөлә бушлай концерт ҡуясаҡ
Радик Юлъяҡшин Өфөлә бушлай концерт ҡуясаҡ

Элвин Грей псевдонимы аҫтында сығыш яһаған билдәле башҡорт йырсыһы Радик Юльяҡшин Өфөлә бушлай концерт ҡуясаҡ.

4 февралдә, Ҡышҡы спорт төрҙәре көнөндә “Биатлон” спорт комплексында биатлон буйынса Рәсәй чемпионаты үтә. 14:00 сәғәттә сараны асыу тантанаһы буласаҡ, унда Радик Юльяҡшин сығыш яһаясаҡ.

— Был көндө кәйеф өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөмә алырға ҡарар иттем. Яратҡан йырҙарыбыҙҙы йырларбыҙ, үҙебеҙҙекеләр өсөн янып-көйөрбөҙ, яңы спорт төрөндә үҙебеҙҙе һынап ҡарарбыҙ, һуңынан тағы бергәләп йырларбыҙ. Һәр кем яҡшы кәйеф менән булыр. Барыһын да көтөп ҡалам! – тигән Радик Юлъяҡшин социаль селтәрҙә.

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: Башкирия Online.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: