Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
27 Ғинуар 2023, 14:36

Өмөтөбөҙ – Сәйед-Хөсәйендә!

Өфөлә грек-рим көрәше буйынса Рәсәй чемпионаты була.

minsport.rb
Фото:minsport.rb

Миҙалдар ун ауырлыҡ категорияһы буйынса уйнатыласаҡ. 12 спортсынан торған Башҡортостан командаһы баш тренер Рәмил Сирбаев һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған тренерҙары Борис Понятов, Валерий Коробов етәкселегендә турнирға әҙерлекте тамамлай.

Ҙур өмөт халыҡ-ара спорт мастеры Сәйед-Хөсәйен Бакаевҡа бағлана, тип хәбәр итте республиканың Спорт министрлығының матбуғат хеҙмәте. Белореттан 63 килограмға тиклемга ауырлыҡ категорияһына ҡараған көрәшсе былтыр ил чемпионатында бронза яулағайны. Артабан Көслөләр спартакиадаһында алтын миҙалға лайыҡ булды, октябрҙә иһә Поддубный “Poddubny Wrestling League-2” Көрәш лигаһында беренсе урынға сыҡты.

Грек-рим көрәше буйынса Рәсәй чемпионаты 7 февралдә 10 сәғәттә Өфөлә Рима Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәгендә башлана. Инеү ирекле. Килегеҙ, ҡарағыҙ, спортсыларыбыҙ өсөн “янып көйөгөҙ”.

Айһылыу НИЗАМОВА

Автор:Розалия Абдрафикова
Читайте нас: