Башҡортостандағы спорт йылы “Спорттың ҡышҡы төрҙәре көнө” физкультура-спорт проекты менән башлана: йәш үҫмерҙәр араһында Рәсәйҙең биатлон буйынса беренселеге үткәрелә.
Сара быйыл 4 февралдә Өфөләге “Биатлон” спорт комплексында асыла. “Спорттың ҡышҡы төрҙәре көнө” тотош илдә 2023 – 2026 йылдарға Рәсәй Олимпия комитетының күп кеше ҡатнашҡан спорт үҫешенә булышлыҡ итеү “Олимпия иле” программаһына ярашлы ойошторола.
Спорт байрамы ҡунаҡтары спортсылар менән аралаша, биатлон, саңғы ярыштары, конькиҙа шыуыу, хоккей, сноуборд, тау саңғыһы кеүек спорттың төрлө төрҙәрендә үҙен һынай, күнекмәләрҙе ҡарай ала. Спорт фестиваленең хедлайнеры – Элвин Грей.
Социаль йәһәттән әһәмиәтле “Спорттың ҡышҡы төрҙәре” проекты Башҡортостан Башлығы гранты аҡсаһына Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды булышлығында, республика Спорт министрлығының 100 йыллығына ярашлы үткәрелә.
Сараны асыу тантанаһы 14 сәғәттә башлана, артабан өфөләр һәм ҡала ҡунаҡтары өсөн саңғы ярыштары була. 16 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар һәм егеттәр – 1,5, 40 йәшкә тиклемге ҡатындар өс километр арауыҡҡа ярышасаҡ.
Спорт байрамында ҡатнашҡан һәр кемгә диплом һәм термокружка биреләсәк, призлы урын һәм миҙал яулаусылар иһә саңғы һәм экипировка әйберҙәрен һатып алыу өсөн сертификат менән бүләкләнәсәк.
Сарала ҡатнашырға теләге булғандар ошо сайтҡа инеп, ғариза бирә ала: https://russiarunning.com/event/dzvs.
Айһылыу НИЗАМОВА