Спорт һәм туризм
27 Ғинуар 2023, 17:30

Тағы ла уңайлыраҡ буласаҡ

Был мәғлүмәт ял көндәрен планлаштырғандарға файҙалы булыр.

Тағы ла уңайлыраҡ буласаҡТағы ла уңайлыраҡ буласаҡ
Тағы ла уңайлыраҡ буласаҡ

“Урал легендаһы” туристик поезы һәр шәмбе һәм йәкшәмбе Өфөнән Урал аръяғына юллана. Яңы Абҙаҡ станцияһына тиклем бара, ул - популяр “Абҙаҡ” тау саңғыһы курорты янында. Был ҡышҡы спорт төрҙәрен яратыусылар өсөн бик уңайлы.

Алдағы ял көндәрендә иһә “Урал легендаһы" маршруты Магнитогорскиға тиклем оҙайтыла – “Яҡтыкүл” тау саңғыһы үҙәгенә лә (Ташбулат станцияһынан) барыу уңайлы буласаҡ. Башҡортостан халҡына ғына түгел, Силәбе өлкәһенән күршеләребеҙгә лә.

Поезда йөрөүҙең ыңғай яғы нимәлә? Хәүефһеҙлек һәм графиктың теүәл үтәлеше. Шулай уҡ уңайлыҡ.

“Урал легендаһы” - саңғы өсөн махсус секциялы, сымһыҙ интернет, биотуалеттар менән заманса рельс автобусы. Тау саңғыһы инвентарын бында бушлай йөрөтәләр. Яңы Абҙаҡ һәм Ташбулат тау саңғыһы үҙәгенә тиклем трансфер ойошторолған.

Ә билеттарҙы “Рәсәй тимер юлдары пассажирҙарға” мобиль ҡушымтаһы аша һатып алыу уңайлы. Һынап ҡаралған – барыһы ла эшләй.

Был мәғлүмәт ял көндәрен планлаштырғандарға файҙалы булыр, тип ышанам. Һау-сәләмәт, әүҙем ял итегеҙ!" – тип яҙҙы “Бәйләнештә”ге сәхифәһендә Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.

Сығанаҡ: vk.com/afzalovrustem

Тағы ла уңайлыраҡ буласаҡ
Тағы ла уңайлыраҡ буласаҡ
Автор:Рузилә Иҫәнбаева
Читайте нас