Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
29 Ғинуар 2023, 20:00

Өсөнсө тапҡыр рәттән еңеү!

Бөгөн “Салауат Юлаев” хоккейсылары үҙ боҙонда Түбәнге Каманың “Нефтехимик” командаһы менән осрашты

Өсөнсө тапҡыр рәттән еңеү!
Өсөнсө тапҡыр рәттән еңеү!

Бөгөн “Салауат Юлаев” хоккейсылары үҙ боҙонда Түбәнге Каманың “Нефтехимик” командаһы менән осрашты.

Уйындың тәүге осоронда ике яҡ ҡапҡаға ла шайба индерелмәне, ә бына икенсеһендә иһә Райан Мёрфи ҡунаҡтар ҡапҡаһына шайба сәпәне. Оҙаҡламай, күрше республика командаһы хоккейсыһы Данил Алалыкин иҫәпте тигеҙләне (1:1).

Матч аҙағында юлаевсы Александр Хмелевский командабыҙға еңеү килтерҙе. Шулай итеп, матч юлаевсылар файҙаһына 3:2 иҫәбе менән тамамланды.

Голдар:

1:0 (27:07) — Райан Мёрфи (Виктор Антипин, Александр Хмелевски),

1:1 (34:54) — Вячеслав Лещенко (Андрей Белозёров, Денис Вихарев),

1:2 (44:55) — Павел Порядин (Евгений Митякин, Кирилл Воробьёв),

2:2 (54:32) — Данил Алалыкин (Виктор Антипин, Данил Башкиров),

3:2 (овертайм) — Александр Хмелевский.

Быға тиклем “Салауат Юлаев” үҙ боҙонда “Череповецтың “Северсталь” һәм Ҡазандың “Аҡ Барыҫ” командаларын ҡыйратҡайны.

1 февралдә юлаевсылар - Түбәнге Новгородтың “Торпедо”һы һәм 3 февралдә Мәскәүҙең ЦСКА-һы менән осраша. Спортсыларыбыҙға уңыштар теләйек.

Фото: “Салауат Юлаев” хоккей клубы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: