Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
30 Ғинуар 2023, 12:45

Һәр бейеклекте яуларға мөмкин

Республикабыҙ альпинистары Айғыр тауының иң бейек Өфө нөктәһенә флаг элде

Һәр бейеклекте яуларға мөмкин
Һәр бейеклекте яуларға мөмкин

Үткән ял көндәрендә альпинистар Айғыр тауының Өфө бейеклегенә Башҡортостан Спорт министрлығының флагын элде.

Быйыл республиканың Спорт министрлығы үҙенең 100 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Спортсылар ҙа был үҙенсәлекле акцияһын ошо матур датаға арнаны, тип хәбәр итте “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы. Был альпинистар командаһында Әхмәҙулла Миңлебаев, Олег Ғәзимуллин, Сергей Кайгородов, Игорь Соснин, Илгиз Гарданов һәм Тимур Сәлихов булған. Ошо иҫтәлекле сара айҡанлы республиканың спорт министры Руслан Хәбибов: “Альпинистарыбыҙҙың Тыуған илебеҙгә, республикабыҙға һәм спортҡа тоғролоғо менән ғорурланабыҙ. Был спорт акцияһы яңы йөҙйыллыҡта яңы спорт еңеүҙәренә, был өлкәләге уңыштарға старт бирә һәм маҡсаттарға өлгәшеүҙе, яңы спорт үрҙәрен яулауҙы күрһәтә. Башҡортостандың барлыҡ спорт йәмғиәте менән берлектә республикала йәшәүселәрҙе спортҡа ылыҡтырабыҙ, юғарыға ынтылырға, еңеүҙәргә һәм ауырлыҡтарҙан ҡурҡмаҫҡа әйҙәйбеҙ. Һәр бейеклекте яуларға мөмкин – был ҡағиҙә тормошта ла, спортта ла эшләй”, - тип хәбәр итте Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов.

Фотолар: БР Спорт министрлығы.  

Һәр бейеклекте яуларға мөмкин
Һәр бейеклекте яуларға мөмкин
Һәр бейеклекте яуларға мөмкин
Һәр бейеклекте яуларға мөмкин
Һәр бейеклекте яуларға мөмкин
Һәр бейеклекте яуларға мөмкин
Һәр бейеклекте яуларға мөмкин
Һәр бейеклекте яуларға мөмкин
Һәр бейеклекте яуларға мөмкин
Һәр бейеклекте яуларға мөмкин
Һәр бейеклекте яуларға мөмкин
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас