

Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы әҙерләгән инвестиция тәҡдиме исемлеге бишәүгә тулыланды. Улар барыһы ла Өфө ҡалаһы райондарында әле булғандарҙы реконструкциялауҙы йәки яңы физкультура-һауыҡтырыу комплекстары төҙөүҙе планлаштыра.
Был эштәр концессия килешеүҙәре төҙөү юлы менән башҡарыласаҡ. Тормошҡа ашырыласаҡ проекттар бюджеты 100-ҙән алып 853 миллион һумға тиклем тип күҙаллана.
"Бөгөн халыҡ араһында спорт менән шөғөлләнеүселәр, сәләмәт тормош алып барырға ынтылғандар арта. Тимәк, бындай объекттарға ихтыяж да күбәйә. Шуға ошо йүнәлешкә һалынған инвестициялар үҙен тиҙ аҡлаясаҡ. Бынан тыш, инвесторҙар мөһим дәүләт ярҙамы сараларынан да файҙалана аласаҡ", - тине Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы генераль директоры Наил Ғәббәсов.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.