Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә спорт учреждениеларының ремонтланыуы тураһындағы яҙмаһы менән уртаҡлашты.
"Үрге Йәркәй ауылында ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге спорт мәктәбен ремонтлауҙы һорап Илеш районы халҡы мөрәжәғәт иткәйне. Был бина 1973 йылда төҙөлгән, аҙаҡҡы тапҡыр капиталь ремонт 1996 йылда башҡарылған.
Яңыртылғандан һуң бина бына ниндәй төҫ алды – спорт төрҙәре өсөн яҡты киң залдар, кейенеү-сисенеү бүлмәләре, яңы йыһаздар, заманса тренажерҙар, инвентарҙар барлыҡҡа килде. Коммуникация ла тулыһынса яңыртылды. Капиталь ремонт бер нисә айға һуҙылды. Сентябрь айында башлағайнылар, эш ялһыҙ барҙы.
Был спорт мәктәбендә төрлө йүнәлештәр: волейбол, футбол, гимнастика, шашка, шахмат, милли көрәш, тхэквондо, саңғы буйынса 399 бала шөғөлләнә.
2022 йылда капиталь ремонтланған был берҙән-бер спорт объекты түгел. Эштәр шулай уҡ Өфөнөң олимпия резервындағы 2-се мәктәбендә, Ишембайҙың ике спорт мәктәбендә, Октябрьский һәм Күмертауҙың спорт учреждениеларында барҙы.
Был йүнәлештә артабан да эш алып барыласаҡ: төҙөйәсәкбеҙ, ремонт талап ителгәндәрен тәртипкә килтерәсәкбеҙ. Спорт менән шөғөлләнеү республикабыҙҙағы һәр кемгә уңайлы булырға тейеш", - тип яҙҙы Радий Хәбиров.
Фото: Башҡортостан Башлығы сәхифәһе.