Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
31 Ғинуар 2023, 12:45

Рәсәйҙәге иң яҡшы комплекстарҙың береһе буласаҡ

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр тураһында яҙҙы.

Рәсәйҙәге иң яҡшы комплекстарҙың береһе буласаҡ
Рәсәйҙәге иң яҡшы комплекстарҙың береһе буласаҡ

“Беҙ уникаль ишкәкле слалом үҙәген төҙөүҙе дауам итәбеҙ. Ул Өфөлә, Инорс биҫтәһендә урынлашҡан. Был – баш ҡаланың 450 йыллыҡ юбилейына арналған объекттарҙың береһе.

Бында канал үҙәне буйынса барлыҡ бетон эштәрен тамамланыҡ, хәҙер төҙөүселәр технологик күперҙең нигеҙен күтәреп бөтөп бара, йәйәүлеләр йөрөү өсөн тәғәйенләнгәнен дә монтажлайҙар.

Комплекстың дөйөм оҙонлоғо – 350 метр. Бер нисә старт, финиш һәм күнекмәләр өсөн бассейндар буласаҡ. Яһалма тупһаларҙа һыу тиҙлеген көйләп буласаҡ.

Был канал Йылы күлен Ҡариҙел менән тоташтырасаҡ. Ул бер үк ваҡытта спортсылар өсөн – шәп күнекмәләр урыны, Рәсәйҙәге юғары кимәлдәге чемпионаттар үткәреләсәк яҡшы заманса комплекстарҙың береһе буласаҡ”, - тип яҙҙы Радий Хәбиров.

Фотолар: vk.com/radiyhabirov

Рәсәйҙәге иң яҡшы комплекстарҙың береһе буласаҡ
Рәсәйҙәге иң яҡшы комплекстарҙың береһе буласаҡ
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: