Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
31 Ғинуар 2023, 14:41

Рәсәй Геройы иҫтәлегенә

Әбйәлилдә хәрби көрәш буйынса турнир уҙҙы.

Ласын Усманов фотоһы.
Фото:Ласын Усманов фотоһы.

Рәсәй Геройы Тамерлан Илһамовтың тыуған яғында – Әбйәлил районының Асҡар ауылында –            хәрби көрәш буйынса “Комбат” асыҡ республика турниры ойошторолдо.

Унда Өфөнән “Самурай”, “Рубеж” спорт клуб­тары, Тай боксы феде­ра­цияһы, “Fight House” һәм “Крис­талл” (бөтәһе лә Магни­тогорскиҙан), Сибайҙан “Шоңҡар”, Хәйбулла районынан “Дала амурҙары” командаларынан 120 бала ҡатнашты.

Спорт байрамында ҡатнашыу­сыларҙы Башҡортостан Башлы­ғының хәрбиҙәр менән эш итеү буйынса кәңәшсеһе Алик Камалетдинов, Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов, Рәсәй Геройының әсәһе Ай­гөл Шакирова, район хәрби комиссары Мак­сим Гребенщиков, “Рәсәйҙең үҙ-үҙеңде обороналау комбаты” федерацияһы вице-президенты, Башҡортостан Республикаһы Хәрби сәнғәт союзы вәкиле Сергей Ходько, ярыштарҙың баш судьяһы Закуан Хажиғәлиев һәм башҡалар сәләмләне.

Сығыш яһаусылар билдәләүенсә, был әһә­миәтле спорт сараһы йыл һайын үткә­ре­ләсәк, бындай турнирҙар спортсыларға тәжрибә тупларға, оҫталығын арттырырға мөм­кинлек бирә, үҫеп килгән быуынды ил­һөйәрлек рухында тәрбиәләүгә булышлыҡ итә.

– Тамерлан Илһамов та был бинала шөғөлләнде, – тине Илдар Таһир улы. – Бөгөн дә алыштар ошо ҡыйыу кешенең иғти­бар­лы ҡарашы аҫтында үтә, ул һеҙҙең сы­ғыштарығыҙҙы күҙәтә һәм баһалай тип иҫәпләргә мөмкин.

Турнир кискә тиклем дауам итте һәм дүрт йәш төркөмөндә 23 ауырлыҡ үлсәмендә иң көслө йәш спортсылар асыҡланды. Ойоштороусылар билдәләүенсә, киләһе йылдарҙа турнирҙың майҙаны киңәйәсәк һәм 300-гә яҡын ҡатнашыусы йыйыласаҡ.

Ярышта төрлө ауырлыҡ үлсәм­дәрендә Семен Целищев (Өфө, “Самурай”), Батырхан Ноғоманов (Әбйәлил), Юсуф Комилов (Магнитогорск, Тай боксы федерацияһы), Матвей Головин (Магнитогорск, “Рубеж”), Илья Чарыков (Магнитогорск, “Fight House”), Роман Изгин (Әбйәлил) һәм башҡалар беренсе урынды яуланы.

Кәримә УСМАНОВА

Читайте нас: