Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
2 Февраль 2023, 17:00

Былтыр етәү булһалар, быйыл – унау!

Башҡортостан уҡсылары бәйгелә икенсе йыл рәттән ҡатнашты.

Былтыр етәү булһалар, быйыл – унау!
Былтыр етәү булһалар, быйыл – унау!

"26-30 ғинуарҙа Орёл ҡалаһында уҡ атыу буйынса Рәсәй кубогына турнир һәм Рәсәй чемпионаты уҙҙы. Был ярышта Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән йыйылған 170-тән ашыу мәргән көс һынашты.

Рәсәй кимәлендә уткән ярышта Башҡортостан уҡсылары икенсе йыл рәттән ҡатнашты, һәм һөҙөмтәләр бик насарҙан түгел. Квалификацияларҙа байтаҡ мәрәй йыйып, 1/16, 1/8, 1/4, ярымфиналдарҙа ҡатнашырға өлгәштеләр. Алдыбыҙға киләсәктә ярымфиналға һәм финалға эләгергә тигән маҡсат ҡуйып, был ярыштан дәрт-көс алып ҡайттыҡ.

Шундай көслө уҡсылар менән ярышҡандан һуң, тағы ла атыу техникаһын нығытырға кәрәк тигән һығымтаға килдек. Күнекмәләргә йыл әйләнәһенә йөрөргә һәм олимпия системаһы буйынса ярыштар үткәреп торорға кәрәк.

Ғөмүмән, мин үҙем был ярыштан тик ыңғай тойғолар ғына алып ҡайттым. Беренсенән, берҙәм командабыҙ бар, икенсенән, былтыр етәү булһаҡ, быйыл 10 уҡсыбыҙ, икенсе йыл тағы куберәк булырбыҙ тип ышанам. Эйе, ҡул һелтәмәйбеҙ, икенсе йылда ла ҡатнашыу планда бар, Алла бирһә!"

Нәйлә Ишкилдина яҙмаһы.

Мәғлүмәт: vk.com/id555295479

Былтыр етәү булһалар, быйыл – унау!
Былтыр етәү булһалар, быйыл – унау!
Былтыр етәү булһалар, быйыл – унау!
Былтыр етәү булһалар, быйыл – унау!
Автор:Рузилә Иҫәнбаева
Читайте нас: