Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
3 Февраль 2023, 16:00

Беҙҙең Әлиәгә тиңдәр табылманы!

Өфөнән Әлиә Мөхәмәтйәнова һигеҙ тапҡыр рәттән еңеү яуланы!

Беҙҙең Әлиәгә тиңдәр табылманы!
Беҙҙең Әлиәгә тиңдәр табылманы!

Өфө ҡыҙы Әлиә Мөхәмәтйәнова самбо буйынса Рәсәй беренселегендә алтын миҙал яуланы. 50 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә ҡыҙҙар менән алышта һигеҙ тапҡыр рәттән еңеү яуланы!

Армавирҙа үткәрелгән спорт сараһында Рәсәйҙең 78 төбәгенән 600-ҙән ашыу ҡыҙ һәм егет беренселек өсөн үҙ көсөн һынаны. Был еңеү Өфө ҡыҙына Рәсәйҙең йыйылма командаһына инеү һәм халыҡ-ара ярыштарҙа үҙ көсөн һынау мөмкинлеген бирҙе. Спортсының тренеры Станислав Орловты һәм Әлиәне был еңеүе менән ҡотлайбыҙ!

Фото: БР Спорт министрлығы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: