Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
3 Февраль 2023, 18:57

Элекке шашкасылар – хәҙер тренерҙар

sport.bashkortostan.ru
Фото:sport.bashkortostan.ru

Былтыр 26 сентябрҙән 27 декабргә тиклем “Үҫеш векторы” һөнәри үҫеш институтында шашкасылар үҙҙәренең һөнәри йәһәттән белемен камиллаштырҙы һәм “тренер-уҡытыусы” тигән квалификацияға эйә булды.

Был программа иһә “Баш­ҡорт­остан” үҙәк шашка клубы ғаризаһы буйынса эшләнгән, тип хәбәр итте республиканың Спорт министрлы­ғының матбуғат хеҙмәте.

Башҡортостандың 18 районынан белем алған шашкасылар ара­һында Рима Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәге спортсылары, гроссмейстерҙар, бер нисә тапҡыр халыҡ-ара шашка чемпионы исемен яулаған Айнур Шәйбәков, Айгөл Иҙрисова һәм башҡалар бар. Күптән түгел уларға дипломдарҙы “Башҡортостан” шашка үҙәге коммерцияға ҡарамаған акционерҙар йәмғиәте рәйесе Юрий Черток тапшырҙы.

Шуныһы һөйөнөслө: Айгөл Иҙрисова тиҙ шашка буйынса Рә­сәй чемпионатында бишенсе тап­ҡыр чемпион булып танылды. Сығышы менән Ишембай ҡалаһы ҡыҙы Айгөл Иҙрисова алты йә­шендә, балалар баҡсаһына йөрө­гәндә үк, шашка уйнарға өйрәнә. Мәктәпкә барғас, беренсе кластан шашка секцияһына яҙыла. Яҡта­шыбыҙ туғыҙ йәшендә 2004 йылғы Рәсәй шәхси-команда чемпионатында халыҡ-ара шашка буйынса ҡатын-ҡыҙҙар араһында сығыш яһай. Был ваҡытта ул Өфө ҡала­һының 23-сө балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә белем ала, 2011 йылға тиклем Ишембайҙағы “Сатраш” шашка клубы, 2012 йылдан Өфөләге “Йәшлек” шашка клубы, “Башнефть” профессиональ шашка клубы өсөн уйнай.

Яҡташыбыҙ 2013 йылда Францияла үткәрелгән Халыҡ-ара шашка буйынса донъя чемпионатында 19 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар ара­һында еңеүсе тип танылды. Бер йыл үткәс, ул Рәсәй йыйылма командаһы составында етеҙ программа буйынса Европа чемпионы исемен яуланы. Ошо уҡ йылда Беларусь Республикаһында ойошто­ролған халыҡ-ара шашка буйынса Европа беренселегендә ҡыҙҙар араһында беренселеккә сыҡты.

Айгөл Иҙрисова – Рәсәйҙең халыҡ-ара шашка, шулай уҡ рус шашкаһы буйынса йәштәр йыйылма командаһы ағзаһы. Ул 2016 йылда “блиц” форматында донъя чемпионы, шулай уҡ Европа чемпионы булды һәм халыҡ-ара гроссмейстер исеменә лайыҡ булды. 2013 йылда Айгөл – “рапид”, 2016 йылда – классик программала, быйыл Республика көнөндә “блиц” төрөндә беренсе урынға сыҡты.

Айнур Шәйбәков та Ишембай ҡалаһында тыуған.

2003 йылдың мартында, 10 йәшендә, ике Рәсәй чемпионатында ҡатнаша. Ул – Ишембай олимпия резервындағы балалар-үҫмер­ҙәр спорт мәктәбе тәрбиәлә­неү­сеһе, Өфөгә күскәндән һуң 23-сө балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә шөғөлләнә. 2014 йылда Айнур Шәйбәков тиҙ шашка донъя чемпионы була, ошо уҡ йылда халыҡ-ара шашка буйынса Европа чемпионатында көмөш миҙал яулай, 2015 йылда блиц форматында Европа чемпионатында өсөнсө урынға сыға. 2013 йылда – классик программала, 2012 йылда йәшен тиҙлегендә программала Рәсәй чемпионы тип таныла. Рәсәй йыйылма командаһы составында донъя чемпионы була. Бынан тыш, башҡа бихисап ярыш-бәйгеләрҙә лә алдынғы урындар яулаған Айнур Шәйбәков.

Исемдәре Башҡортостанда, Рә­сәйҙә генә түгел, тотош донъяла ла таныш булған яҡташтарыбыҙҙы тренер булыуҙары менән ҡотлай­быҙ!

Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас: