29 ғинуарҙа “Салауат Юлаев” хоккейсылары үҙ боҙонда Түбәнге Каманың “Нефтехимик” командаһы менән осрашты.
Уйындың тәүге осоронда ике яҡ ҡапҡаға ла шайба индерелмәне, ә бына икенсеһендә иһә Райан Мёрфи ҡунаҡтар ҡапҡаһына шайба сәпәне. Оҙаҡламай күрше республика командаһы хоккейсыһы Данил Алалыкин иҫәпте тигеҙләне (1:1).
Матч аҙағында юлаевсы Александр Хмелевский командабыҙға еңеү килтерҙе. Шулай итеп, матч юлаевсылар файҙаһына 3:2 иҫәбе менән тамамланды.
Голдар:
1:0 (27:07) — Райан Мёрфи (Виктор Антипин, Александр Хмелевски),
1:1 (34:54) — Вячеслав Лещенко (Андрей Белозёров, Денис Вихарев),
1:2 (44:55) — Павел Порядин (Евгений Митякин, Кирилл Воробьёв),
2:2 (54:32) — Данил Алалыкин (Виктор Антипин, Данил Башкиров),
3:2 (овертайм) — Александр Хмелевский.
Быға тиклем “Салауат Юлаев” үҙ боҙонда Череповецтың “Северсталь” һәм Ҡазандың “Аҡ Барыҫ” командаларын ҡыйратҡайны.
1 февралдә юлаевсылар Түбәнге Новгородтың “Торпедо”һы менән осрашты. Бөгөн Мәскәүҙең ЦСКА-һы менән уйнай. Спортсыларыбыҙға уңыштар теләйек.
Айһылыу НИЗАМОВА