Башҡортостанда ишкәкле слалом үҙәген төҙөү дауам итә. Баш ҡаланың 450 йыллыҡ юбилейына арналған был объекттарҙың береһе Өфөлә, Инорс биҫтәһендә урынлашҡан.
“Бында канал үҙәне буйынса барлыҡ бетон эштәрен тамамланыҡ, хәҙер төҙөүселәр технологик күперҙең нигеҙен күтәреп бөтөп бара, йәйәүлеләр өсөн тәғәйенләнгәнен дә монтажлайҙар.
Комплекстың дөйөм оҙонлоғо – 350 метр. Бер нисә старт, финиш һәм арауыҡтағы күнегеүҙәр өсөн бассейндар ҡаралған. Яһалма тупһаларҙа һыу тиҙлеген секундына алты кубометрҙан алып ярыштар ваҡытында 10 кубометрға тиклем көйләргә мөмкин.
Был канал Йылы күлен Ҡариҙел менән тоташтырасаҡ. Ул бер үк ваҡытта спортсылар өсөн – шәп күнекмәләр урыны ла, Рәсәйҙәге иң юғары кимәлдәге чемпионаттар үткәреләсәк яҡшы заманса комплекстарҙың береһе лә буласаҡ”, – тип хәбәр итте Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Был төҙөлөш эштәре “Демография” милли проекты, “Спорт – йәшәү нормаһы” төбәк проекты бурыстарын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә төҙөлә. Шуныһы үҙенсәлекле: ишкәкле слалом үҙәге барлыҡ Европа стандарттарына ярашлы йыһазландырыласаҡ. Унда спорт кәрәк-ярағын һаҡлау өсөн эллингтар, спортсылар өсөн кейенеү-сисенеү урындары, тренажер залдары буласаҡ. Киләсәктә хакимиәт һәм тотош Рәсәйҙән килгән спортсыларҙы урынлаштырыу өсөн биналар төҙөү планлаштырыла.
Айһылыу НИЗАМОВА