Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
4 Февраль 2023, 21:00

Күлләр ауылы байрамға йыйҙы

Матур көндә сағыу сара гөрләп уҙҙы

Күлләр ауылы байрамға йыйҙы
Күлләр ауылы байрамға йыйҙы

Бөгөн Ҡырмыҫҡалы районының Күлләр ауылы район-ара милли уйындар һәм спорт төрҙәре фестивален үткәреү урыны булды. Күлләр республика "Айыҡ ауыл" конкурсында ҡатнаша.

Әйткәндәй, бындай сара районда тәүгә үткәрелә. Фестивалде асып, Ҡырмыҫҡалы районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Илмира Ғәлиәхмәтова, байрам күңел асыуға түгел, ә халыҡты берләштереүгә һәм һауыҡтырыуға, мәҙәни йолаларҙы һаҡлауға һәм уларҙы йәш быуынға тапшырыуға йүнәлтелгән, тип билдәләне. Беҙҙең ҡарашҡа, ҡуйылған бурыстар тулыһынса үтәлде. Байрам мөхите шул тиклем изге, дуҫтарса һәм йәмле булды, ҡунаҡтар үҙҙәрен ышаныслы тойҙо һәм тик еңеүгә генә көйләнде.

Районды төйәк иткән төрлө милләт кешеләре - рус, башҡорт, татар, мордва, сыуаш - һәр береһе тәү ҡарашҡа ябай, әммә шул уҡ ваҡытта халыҡтарҙың көнкүрешен һәм үҙенсәлектәрен сағылдырған уйындар әҙерләгән. Сыуаш командаһы майҙансығында ҡомарлы уйындар үтте, рәхәтләнеп «Билбау» һәм  “Сылбырҙы өҙ" уйнанылар. Һуңғыһы күптәргә бала саҡтан таныш - команданың бер уйынсыһы ҡулдарҙан яһалған дошман сылбырын өҙөргә тейеш. Дөрөҫ һайланған йүнәлеш кенә түгел, көс тә кәрәк бында. Әүҙем татар ҡыҙҙары быйманы дүңгәләк аша бәрҙереп, ҡунаҡтарҙың мәргәнлеген тикшерҙе. Тоҡ кейеп тә, ҡалаҡҡа йомортҡа һалып та йүгерҙеләр, һыбай ярыштылар. Башҡа милләт майҙансыҡтарында етеҙлек талап иткән «Энә-еп» уйыны йылындырып ҡына ҡалмай, күңелдәргә күтәренкелек өҫтәне. Ошонда уҡ ҡайнар сәй һәм аш ойошторолдо.

 Ярыштарҙың айырым төрөнә арҡан тартыуҙы сығарҙылар. Был уйында Архангел районы халҡына тиңләшеүсе булманы. Бөтә уйындарҙа ла әүҙем ҡатнашҡан «Өмөт» Абҙан халыҡ театры режиссеры Вәлимә Өмөтбаева еңеүгә тос өлөш индерҙе. Баһалау йомғаҡтары буйынса, Ауырғазы күп профилле колледжы филиалы командаһы, Күлләр ауылы халҡы, Архангел, Ғафури һәм Ауырғазы райондары халҡы төрлө номинацияларҙа еңеүсе булды. Хакимиәт башлығы урынбаҫары Гөлнара Иҫәнбаева матур, мауыҡтырғыс, йөкмәткеле сарала ҡатнашҡандарға бүләктәр тапшырҙы. Гөлнара Мәҡсүтова ҡунаҡтар менән хушлашҡанда шундай сағыу ҡояштың тыныс ергә генә яҡтыртыуын, яугирҙәребеҙҙең иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын теләне.

 

 

Күлләр ауылы байрамға йыйҙы
Күлләр ауылы байрамға йыйҙы
Күлләр ауылы байрамға йыйҙы
Күлләр ауылы байрамға йыйҙы
Күлләр ауылы байрамға йыйҙы
Күлләр ауылы байрамға йыйҙы
Күлләр ауылы байрамға йыйҙы
Автор:Рузилә Иҫәнбаева
Читайте нас: