Бөгөн бында ҡатын-ҡыҙҙар быймала хоккей уйынында көс һынашты. Спорт байрамы ҡатнашыусыларға дәрт һәм илһам бирер “Беҙ бит ауыл ҡыҙҙары” йыры менән асылды. Сибай ауыл хакимиәте башлығы Сибай Сәмиғулла улы Утарбаев, ярышта ҡатнашыусы Сибай, Моҡас, Татлыбай һәм Түбә спортсы ҡатын-ҡыҙҙарын дуҫтарса осрашыуҙары менән тәбрикләп, һәр командаға уңыштар һәм еңеү теләне. Артабан майҙан “Ялҡын” (Иҫке Сибай), “Туғажман” (Беренсе Төркмән), “Ҡараташ” (Түбә) һәм “Шаяндар” (Татлыбай) командаларына тапшырылды.
– Килгән командаларға бик ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, – ти Иҫке Сибай ауылы старостаһы Зөһрә Ғәйнуллина. – Ҡунаҡтарыбыҙ өсөн бик шатбыҙ! Алла бирһә, ярыштар матур үтһен!
– Ҡатын-ҡыҙҙар араһында быймала хокккей биш-алты йыл рәттән үткәрелеп килә, – тип уға ҡушыла әүҙем йәмәғәтсе, “Сулпылар” балалар баҡсаһы етәксеһе Гөлшат Тулыбаева. – Башта урамдар һәм округтар араһында үҙ-ара ярыша инек. Артабан ошо ҡыҙыҡлы уйынға күрше-тирә ауылдарҙан командалар саҡыра башланыҡ. Бөгөнгө уйын да бик сәмле һәм ҡыҙыу булырға оҡшай. Барыһына ла уңыштар теләйем!
–Шундай матур итеп ойошторған иҫке сибайҙар... Бындай уйында тәүгә генә ҡатнашһаҡ та, еңергә, бирешмәҫкә тигән ҙур теләк менән килдек, – Беренсе Төркмәндән килгән “Туғажман” командаһы капитаны баштан уҡ үҙҙәренең бик сәмле һәм ҡыйыу булыуын белдерҙе. – Иҫке Сибай ауылы халҡына “Айыҡ ауыл” республика бәйгеһендә еңеп сығыуын теләйбеҙ!
– Түбә ҡасабаһының “Ҡараташ” командаһы ла байтаҡтан уйнай был ҡышҡы сәмле уйында, – Земфира Хоҙайғолова ла үҙ командаһының бәҫен төшөрмәҫкә тырыша.
– Улдарыбыҙ өсөн ғәҙәти булған уйынға уларҙың әсәләре лә бик ихлас ҡушылды һәм һыр бирмәҫбеҙ, тигән өмөттәбеҙ!
– Бик теләп килдек бөгөнгө ҙур спорт байрамына, – Моҡас ауыл хакимиәте башлығы Нияз Атанғолов шатлығы менән ихлас уртаҡлаша. – Был уйында еңеү мөһим түгел, ә үҙ-ара осрашып, дуҫтарса аралашыу, көс һынашыу! Иҫке сибайҙарға "афариндар" тип кенә әйтер инем! Мәртәбәле конкурста еңеп сығығыҙ!
– Беҙ Иҫке Сибай халҡын дәртләндереү өсөн килдек – еңеү яулаһындар! – Түбә ауыл хакимиәте башлығы Әлфирә Хәлит ҡыҙы ауыл халҡына изге теләктәрен еткерә. – Иҫке Сибай ауылы былтыр ҙа алдынғылар рәтендә булды, быйыл мотлаҡ еңеү яуларға яҙһын!
Ярыштарҙың баш судьяһы Наил Рәфҡәт улы Дәүләтбаев етәкселегендә йәрәбә һалғандан һуң, беренсе булып боҙ майҙанына “Ялҡын”дар һәм “Ҡараташ”тар сыға...
Боҙ майҙанында урындағы мәктәп, балалар баҡсаһы һәм сәнғәт мәктәбе ҡатын-ҡыҙҙары ярыштар дауамында спортсыларҙы һәм көйәрмәндәрҙе ҡайнар самауыр сәйе, үҙҙәре яраштырған өй ризыҡтары менән һыйлап торҙо.
Шулай итеп, сәмле-ғәмле уйын да тамамланды... Биш-алты сәғәткә һуҙылған ҡыҙыу уйында һәр команда үҙ ауыл биләмәһе өсөн бар көсөнә тырышты, хәлдән тайғансы алға ынтылды. Шулай ҙа, кем әйтмешләй, уйын булғас еңеүсеһе лә, еңелеүсеһе лә була... Был юлы төркмәндәр түрҙе бер кемгә лә бирмәне һәм 3-кә 2 иҫәбе менән лайыҡлы еңеүсе булды! Афарин, күршеләр! Беҙ һеҙҙең өсөн бик шат!
"Еңеп ҡайтыр өсөн килдек һәм еңәсәкбеҙ!" - тигән һүҙегеҙҙе раҫлап, башҡаларға матур өлгө күрһәттегеҙ! Ҡотлайбыҙ! Алдан әҙерлек үҙ һөҙөмтәһен бирҙе лә. Ә беҙҙекеләргә икенсе урын менән ҡәнәғәтләнергә тура килде... Түбәләрҙең “Ҡараташ” командаһы өсөнсө урынға сыҡты! “Шаяндар” "шаярып" ҡына дүртенсе урын менән хушһынды... Командаларҙың барыһына ла еңеүсе кубоктары, миҙалдар һәм Баймаҡ районы ҡатын-ҡыҙҙар советының маҡтау грамоталары тапшырылды!
Иҫке Сибайҙың хоккей майҙанында был дуҫтарса осрашыу командалар ағзаларына күңел күтәренкелеге, бөтмәҫ дәрт өҫтәгәндер, моғайын. Улар, киләсәктә лә осрашып торорға, сәмле уйынды дауам итергә, тигән теләк менән бик йылы хушлашты...
Афарин, ҡыҙҙар! Ысынлап та, һеҙ нәҡ ауыл ҡыҙҙары булыуығыҙҙы һүҙҙә түгел, ә аныҡ эштә күрһәттегеҙ! Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ!
Мотал Рәмов яҙмаһы.
Сығанаҡ: vk.com/id154563110, vk.com/id138572555, vk.com/public217341349