Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
4 Февраль 2023, 23:00

Ҡышҡы спорт төрҙәре көнө старт алды

Биш меңдән ашыу кеше бөгөн "Биатлон"ға килде...

Ҡышҡы спорт төрҙәре көнө старт алды
Ҡышҡы спорт төрҙәре көнө старт алды

Бөгөн Өфөлә Ҡышҡы спорт төрҙәре көнө старт алды һәм баш ҡалабыҙҙа йәш үҫмерҙәр араһында биатлон буйынса Рәсәй беренселеге башланды. Әйткәндәй, Ҡышҡы спорт төрҙәре көнө, Рәсәйҙең Олимпия комитеты ҡарарына ярашлы, 2015 йылдан үткәрелә. Сара быйыл 4 февралдә Өфөләге “Биатлон” спорт комплексында асылды. “Спорттың ҡышҡы төрҙәре көнө” тотош илдә 2023 – 2026 йылдарға Рәсәй Олимпия комитетының күп кеше ҡатнашҡан спорт үҫешенә булышлыҡ итеү “Олимпия иле” программаһына ярашлы ойошторола. Биатлон иһә беҙҙә – иң яратҡан спорт төрҙәренең береһе. Башҡортостан Республикаһы етәкселегенең даими иғтибары ярҙамында был спорт төрө тағы ла икенсе юғарыраҡ юҫыҡҡа күсә, тағы ла күберәк популярлыҡ яулай бара.

Шулай итеп, бөгөн Өфөләге “Биатлон” спорт комплексы ғәҙәттә булмағанса икенсе төҫ алғайны, спортсылар, спорт һөйөүселәр тауышына сумғайны.

Сараны асыу тантанаһында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, республиканың спорт министры Руслан Хәбибов, 13 тапҡыр Паралимпия уйындары чемпионы, 18 тапҡыр донъя чемпионы, 43 тапҡыр Европа чемпионы, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры Рима Баталова, Рәсәй Биатлонсылар союзының Башҡарма комитеты етәксеһе, союздың вице-президенты Иван Мелехов, биатлонсы, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры ике тапҡыр Олимпия уйындары, биш тапҡыр донъя чемпионы Светлана Ишморатова, Башҡортостан Башлығы Гранттар фонды генераль директоры вазифаһын башҡарыусы Роман Низаметдинов  ҡатнашты. Ә Рәсәй чемпионатында үҙ көсөн һынау өсөн Рәсәйҙең 23-тән ашыу төбәгенән  220-ҙан ашыу спортсы килде.  

 – Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров исеменән һәм шәхсән үҙем Ҡышҡы спорт төрҙәре көнөндә һәм йәш үҫмерҙәр араһында биатлон буйынса Рәсәй беренселегендә ҡатнашыусыларҙы сәләмләйем,  – тине Ирек Сәғитов.  – Башҡортостанда, Рәсәйҙең алдынғы спорт үҙәктәренең береһендә, йыл һайын биатлон буйынса Рәсәй, халыҡ-ара ярыштары үткәрелә.

Республикабыҙҙа спортты яраталар, өҫтәүенә, был өлкәгә бүленгән иғтибар, ярҙам да бик ҙур. Бөгөн сарала бер төркөм спортсыларға наградалар тапшырылды. Улар араһында бобслейсы, Пекиндағы Олимпия уйындарында ҡатнашҡан Юлия Беломестных бар ине. Уға спорттағы юғары ҡаҙаныштары өсөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Рәхмә хаты тапшырылды.

Юлия күрше Ырымбур өлкәһенең Новотроицк ҡалаһында тыуып үҫкән, шунда уҡыған. Уны уңышлы ғына түгел, ә илебеҙ спортындағы иң сибәр спортсыларҙың береһе тип йөрөтәләр. Юлия 2-се балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә тренер Алексей Дашевский менән шөғөлләнгән. 2013 йылда Рәсәйҙең ҡыҙҙар һәм егеттәр араһында еңел атлетика буйынса беренселегендә алтын миҙалға лайыҡ булған. 19 йәшендә Мәскәүгә килеп, бобслей менән шөғөлләнә башлаған. 2016 йылдың февралендә Австрияла Бобслей һәм скелетон буйынса донъя чемпионатында 11-се урын яулаған. Бер йыл үткәс, Рәсәйҙә бобслей һәм скелетон буйынса Любовь Черных менән берлектә бронза миҙал яулаған. 2018 йылдың февралендә Рәсәй исеменән Пхёнчханда сығыш яһаған.

Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов сарала ҡатнашыусыларға уңыштар теләне һәм Спорттың ҡышҡы төрҙәре көнөн, йәш үҫмерҙәр араһында Рәсәйҙең биатлон буйынса чемпионатын асыҡ тип иғлан итте.

Әйткәндәй, социаль йәһәттән әһәмиәтле “Ҡышҡы спорт төрҙәре көнө” Башҡортостан Башлығы Гранты аҡсаһына Башҡортостан Башлығы Гранттар фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла. Был сара шула уҡ Башҡортостан Спорт министрлығының 100 йыллыҡ юбилейына арнала.

Тағы шуныһы үҙенсәлекле: бөгөн “Биатлон” спорт-һауыҡтырыу үҙәгенә өлкән быуын вәкилдәре лә, йәштәр ҙә бик күп килгәйне. “Үҙем спортсы булмаһам да, бөгөнгө сараға бик теләп килдем, сөнки ҡышҡы спорт төрҙәрен яратмаған, саңғыла йәки конькиҙа шыумаған кеше беҙҙә бик һирәктер. Чемпионаттың баш ҡалабыҙҙа үткәрелеүе иһә үҙе бер мәртәбә”,  – тип белдерҙе баш ҡалабыҙҙың Дим биҫтәһенән килгән Даян Вәлиев. Шулай итеп, уның кеүек мәктәп уҡыусыларының, йәш быуын вәкилдәренең спортҡа, тимәк, сәләмәт тормош алып барыуға ынтылышы – ҡыуаныслы күренеш.

Спорт байрамы ҡунаҡтары спортсылар менән аралашты, биатлон, саңғы ярыштары, конькиҙа шыуыу, хоккей, сноуборд, тау саңғыһы кеүек спорттың төрлө төрҙәрендә үҙен һынаны, күнекмәләрҙе ҡарай алды. Барлығы биш меңдән ашыу кеше “Биатлон” комплексына килде, биш йәштән 40 йәшкә тиклемге 800-ҙән ашыу кеше саңғы шыуҙы.

Автор фотолары.

 

Ҡышҡы спорт төрҙәре көнө старт алды
Ҡышҡы спорт төрҙәре көнө старт алды
Ҡышҡы спорт төрҙәре көнө старт алды
Ҡышҡы спорт төрҙәре көнө старт алды
Ҡышҡы спорт төрҙәре көнө старт алды
Ҡышҡы спорт төрҙәре көнө старт алды
Ҡышҡы спорт төрҙәре көнө старт алды
Ҡышҡы спорт төрҙәре көнө старт алды
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: