Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
5 Февраль 2023, 19:00

Беҙҙең егеттәр һынатмай!

Ҡулы йәрәхәтләнһә лә ярышыуын дауам итте...

Беҙҙең егеттәр һынатмай!
Беҙҙең егеттәр һынатмай!

Өфөләге Ғ. Ҡадиров исемендәге спорттың техник төрҙәре үҙәгенән Динар Вәлиев дүртенсе финалдың беренсе көнө ярыштары еңеүсеһе тип танылды: Рәсәйҙең боҙҙа мотоуҙыш буйынса 63-ө шәхси чемпионатының етенсе этабы бара.

Динар, барлыҡ заездарҙа ла еңеп сығып, үҙ “янсығы”на 15 мәрәй тупланы. Икенсе урында – шулай уҡ беҙҙең клубтан Никита Богданов (15 мәрәй). Ул бишенсе заезда Динарҙы уҙып китәм тип йығылды һәм ҡулы йәрәхәтләнде. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ул беренселек өсөн ярышыуын дауам итте. Был уға этапта икенсе урынға сығырға һәм чемпионатта лидер исемен яуларға булышлыҡ итте. Әлегә ул Динарҙан ике мәрәйгә генә алда бара, тип хәбәр итте “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы. Өфөнсө урында – Тольяттиҙан Дмитрий Солянников һәм Өфөнән Василий Несытых – икеһенең дә “янсығы”нда һигеҙешәр мәрәй.

Ете этаптан һуң чемпионаттың турнир таблицаһына күҙ һалһаҡ, беренселектә - Никита Богданов – 96 мәрәй, артабан Динар Вәлиев – 94, Игорь Кононов – 91, Даниил Иванов – 78, Дмитрий Солянников – 73, Никита Толокнов – 62, Василий Несытых - 54.

Күренеүенсә, Ғ. Ҡадиров исемендәге спорттың техник төрҙәре үҙәге егеттәре ҡасандыр исеме тотош донъяны яңғыратҡан һәм ошо үҙәккә исеме бирелгән данлыҡлы мотоуҙышсыбыҙҙың данлы юлын лайыҡлы үтә. Уларға уңыштар теләйек!

Фото: Анатолий Ермоленко.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: