Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
6 Февраль 2023, 21:00

Салауат районында иң шәп саңғысылар кемдәр?

Спорт байрамы үҙенә 100-ләгән кешене йыйҙы.

Салауат районында иң шәп саңғысылар кемдәр?
Салауат районында иң шәп саңғысылар кемдәр?

Салауат районында һигеҙенсе тапҡыр “Салауат саңғы юлы” тип исемләнгән район ярышы үтте. Ул ауыл йәштәрен һәм башҡа йәштәге спорт һөйөүселәрҙе тупланы. Икенсе тапҡыр ул Иҙрис ауылы эргәһендәге "IDRIS TRAVEL" туристик коворкинг базаһында ойошторолдо. Легендалар буйынса ике быуаттан ашыу ваҡыт элек бында бөйөк шәхес Салауат Юлаев саңғыла  йөрөгән тигән фараз бар.

Йыл һайын февраль айында уҙғарылып килгән саңғы ярыштары башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаев исемен мәңгеләштереүҙе, сәләмәт тормош алып барыуҙы маҡсат итеп ҡуйҙы.

Спорт байрамы 100-ләп кешене тупланы. Ун ауыл советынан 54 һәүәҫкәр спортсы ярышҡа сыҡты. Шулай ҙа иң ҙур команда “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашыусы Әлкә ауыл биләмәһенән килде. Улар  йәмәғәт, мәҙәни сараларҙан  һәм спорт ярыштарынан ҡалмай. 

- Әлкә ауылы халҡы менән ғорурланам. Улар  “Айыҡ ауыл” конкурсы сиктәрендә уҙғарылған сараларҙа әүҙем. Бының өсөн яҡташтарыма рәхмәтемде белдерәм, - ти ауыл биләмәһе башлығы Әлфиә Садыҡова.

Саңғы уҙышы һөҙөмтәләре биш йәш категорияһы буйынса асыҡланды.  

70 йәштән уҙған саңғысы ветерандар араһында еңеүселәр айырым билдәләнде. Бында еңеүҙе Таймый ауылынан Ильянис Хужин яуланы. Хәҙер бер нисә йыл инде үҙенең йәш арауығында алдынғылыҡты бер кемгә лә бирмәй.  

Әлкә һәм Таймый ауыл биләмәләре командалары алған миҙалдары һаны буйынса тигеҙ булһалар ҙа, таймыйҙарҙың балдары күберәк булып сыҡты. Шуға “Салауат саңғы юлы” ярышының күсмә күбогы уларға тапшырылды. Ауыл биләмәһе башлығы Айҙар Сәғәҙиевтең команданы етәкләүе, үҙенең дә уҙышта ҡатнашыуы  өлгөлө күренеш булды. Әлкә һәм Ишембай ауыл советтары башлыҡтары ла үҙҙәренең командаларына һәр яҡлап  ярҙам итеп, дәртләндереп торҙо.

Еңеүселәргә һәм призерҙарға миҙалдар, үҙенсәлекле дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Теләгәндәргә был көндө санала, саңғыла шыуыу, йәйәнән уҡ атыу һәм башҡа төрлө саралар ойошторолдо. Күптәр быйманы йыраҡлыҡҡа ташлауҙа, арҡан тартыуҙа, ҡарға һүрәт төшөрөүҙә лә оҫталығын һынаны. Күңелле уйындар ҙа байрам ҡунаҡтарының күңеленә хуш килде. Ҡояшлы матур көн, дуҫтарса ихлас аралашыу кәйефтәрҙе күтәрҙе.

Фото: район хакимиәте сайтынан.

 

Салауат районында иң шәп саңғысылар кемдәр?
Салауат районында иң шәп саңғысылар кемдәр?
Салауат районында иң шәп саңғысылар кемдәр?
Салауат районында иң шәп саңғысылар кемдәр?
Салауат районында иң шәп саңғысылар кемдәр?
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: