3 февралдә башҡорт халҡының күренекле шәхесе, Сибай ҡалаһының почетлы гражданы, Сибай институтына нигеҙ һалыусы һәм уның оҙаҡ йылдар алмаштырғыһыҙ директоры, иҡтисад фәндәре докторы, профессор Зиннур Ғөбәйҙулла улы Йәрмөхәмәтовтың тыуыуына 75 йыл тулды. Уның иҫтәлегенә арнап Сибай институтында волейбол турниры үтте. 1999 йылда Зиннур Ғөбәйҙулла улының тырышлығы менән "Һаулыҡ" волейбол клубы барлыҡҡа килә, ике тиҫтәнән ашыу был клуб волейбол яратыусыларҙы үҙенә туплай. Ә инде Зиннур Йәрмөхәмәтов уның алыштырғыһыҙ капитаны була.
Тәүге тапҡыр үткән ярышта Сибай балалар спорт мәктәбе, ҡала хакимиәте командаһы, "Һаулыҡ" волейбол командаһы һәм Сибай ҡалаһының йыйылма командалары үҙ-ара көс һынашты.
Сибай ҡалаһының почетлы гражданы, иҡтисад фәндәре докторы, профессор Зиннур Ғөбәйҙулла улы Йәрмөхәмәтовтың тыуыуына 75 йыл тулыуға арналған волейбол турнирында Сибай ҡалаһының балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе командаһы еңеүсе булды.
Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте командаһы беренсе урынды яуланы, "Һаулыҡ" клубының волейбол командаһы өсөнсө урынға сыҡты. Иң яҡшы һөжүм итеүсе - Шәрәфетдиев Ришат, иң яҡшы һаҡсы - Сафин Эльдар, иң яҡшы бәйләүсе Дамир Янбаев тип танылды.
Еңеүселәрҙең барыһына ла Почет грамоталары һәм 5, 4 һәм 3 мең һумлыҡ сертификаттар тапшырылды. Бүләктәрҙе УНИТ-тың Сибай институты (филиалы) директоры Илдар Сәлихйән улы Хәмитов менән Салауат Ғөбәйҙулла улы Йәрмөхәмәтов тапшырҙы. Турнирҙың төп судьяһы СССР-ҙың спорт мастеры, еңел атлетика буйынса күп тапҡыр Башҡортостан Республикаһы чемпионы Фәнил Ғабдрафиҡ улы Әминев булды.
Әйткәндәй, Зиннур Йәрмөхәмәтовтың иҫтәлегенә арналған волейбол турниры йыл һайын үтер, тигән ышаныста ҡалды сарала ҡатнашыусылар.
Фото: Сибай институты.