Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
6 Февраль 2023, 10:15

Юлдыбайҙар скандинав йөрөүе буйынса эстафета башлаған

Киләһе аҙнала һынташтар Юлдыбайға киләсәк

Юлдыбайҙар скандинав йөрөүе буйынса эстафета башлаған
Юлдыбайҙар скандинав йөрөүе буйынса эстафета башлаған

Юлдыбайҙар "Сәләмәт тәндә-сәләмәт рух" эстафетаһы менән Һынташ ауылына барып ҡайтты. Скандинавса йөрөш марафонында сәләмәт йәшәү рәүешен үҙ иткән урта йәштәге әүҙем ҡатындар ҡатнашты.

Күршеләр мул табын ҡороп, самауыр сәйҙәре ҡайнатып ҡаршы алды. Ҡунаҡ ашы-ҡара ҡаршы тигәндәй, киләһе аҙнала һынташтар Юлдыбайға киләсәк.

Әйткәндәй, "Айыҡ ауыл" сиктәрендә үткән бөтә сараларға ла иғтибарға мохтаж социаль ҡатлам вәкилдәре лә йәлеп ителә.

Бынан тыш, спиртлы эсемлектәр һатҡан кешеләр менән һөйләшеү һөҙөмтәһендә ике кеше был насар шөғөлдән баш тартып, айыҡлыҡ хәрәкәтенә ҡушылған. Был иһә иң ҙур еңеү!

Яҙма һәм фото: vk.com/public218062394

Юлдыбайҙар скандинав йөрөүе буйынса эстафета башлаған
Юлдыбайҙар скандинав йөрөүе буйынса эстафета башлаған
Юлдыбайҙар скандинав йөрөүе буйынса эстафета башлаған
Юлдыбайҙар скандинав йөрөүе буйынса эстафета башлаған
Юлдыбайҙар скандинав йөрөүе буйынса эстафета башлаған
Автор:Рузилә Иҫәнбаева
Читайте нас: