Билдәле спортсы Роман Костомаровтың ауыр сир менән көрәшкәне тураһында ишеткәнһегеҙҙер. Әлеге 45 йәшлек фигурист 2006 йылда Туринда Татьяна Навка менән дуэтта Олимпия уйындары чемпионы булып танылғайны. Шулай уҡ улар - ике тапҡыр донъя чемпионы, өс тапҡыр Европа чемпионы һәм Гран-при серияһы финалы еңеүселәре.
10 ғинуарҙа Костомаровтың пневмония сәбәпле реанимацияға эләгеүе хаҡында билдәле булды. Һуңғараҡ фигурист ауыр хәлдә Коммунарка дауаханаһында медикаментоз комала ята, тинеләр.
Роман Костомаровты ЭКМО аппаратына тоташтырғандар. Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, унда сепсис башлана һәм ҡан тамырҙары эшмәкәрлеге насарланыуы күҙәтелә. Ошо сәбәпле ҡулдарында һәм аяҡтарындағы күҙәнәктәре үлә башлай.
Бөгөн билдәле булыуынса, уның ике аяғының да табанын ҡырҡҡандар. Сығанаҡ хәбәр итеүенсә, чемпион әле аңында һәм хәле бер аҙ яҡшыра башлаған. Әлеге ваҡытта табиптар уның ҡулдарын һаҡлап ҡалыу өсөн тырыша. Ул шулай уҡ реанимацияла даими күҙәтеү аҫтында ята.
Фото: dni24.com