“Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы тураһындағы Рәсәй Президенты указына ярашлы, Бөрйән районында ла тулы күләмдә эштәр башҡарыла. Ошо маҡсатта район үҙәгендәге “Урал” физкультура-һауыҡтырыу комплексы ҡарамағында ГТО нормативтарын үтәү буйынса тест үҙәге булдырылған.
Үҙәктең етәксеһе Азамат Рыҫҡолов һәм белгестәр Айһылыу Ҡорманғолова, Әсхәт Ямғурсин ошо йүнәлештә халыҡ менән эш алып бара. Ошо маҡсатта өлкәндәр өсөн физкультура-һауыҡтырыу комплексында, балаларға Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә барлыҡ шарттар тыуҙырылған.
Азамат Әғзәм улы билдәләүенсә, нормативтарҙы ҡабул итеү раҫланған план буйынса уҡыу йорттары һәм ойошмаларҙың, учреждениеларҙың, предприятиеларҙың хеҙмәт коллективтары араһында үткәрелә. Шулай уҡ алты йәштән өлкән һәр граждан үҙаллы үҙәктә ГТО нормаларын тапшыра ала. ГТО комплексы 11 баҫҡысты, йәғни 11 йәш төркөмөн үҙ эсенә ала.
Һөҙөмтәләргә күҙ һалғанда, Бөрйән районы буйынса былтыр сентябрь-октябрь айҙарында ГТО нормаһын 320-ләп кеше үтәгән, уларҙың 204-е – мәктәп уҡыусыһы, 114-е – өлкәндәр. Туғыҙ ойошма һәм учреждение айырыуса әүҙем ҡатнашҡан. Улар араһында иң яҡшы һөҙөмтәләр “Урал” физкультура-һауыҡтырыу комплексыныҡы, район мәҙәниәт һарайыныҡы, “Газпром” акционерҙар йәмғиәте филиалыныҡы.
– Яҡташтарымды “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексында ҡатнашырға һәм бронзанан алып алтынға тиклем тейешле билдәләр алырға саҡырам, – тигән теләктәрен дә белдерҙе ГТО нормативтарын үтәү буйынса тест үҙәге етәксеһе Азамат Рыҫҡолов.
Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА