Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Рәсәй спорт көрәше федерацияһы президенты Михаил Мамиашвили Өфөләге яңы Ирекле көрәш һәм грэпплинг үҙәгендә булды. Ул Октябрь проспекты, 2-се йортта урынлашҡан. Дөйөм майҙаны - 1000 квадрат метр.
Башҡортостан Спорт көрәше федерацияһының вице-президенты, ирекле көрәш буйынса республика йыйылма командаһының баш тренеры Алексей Бятиков әйтеүенсә, ике ай ярым дауамында шәхси инвесторҙар иҫәбенә инженер элемтәһе һәм ҡорамалдар яңыртылған. Республика Спорт министрлығының социаль заказы буйынса кәрәк-яраҡтар һәм көрәш маттары һатып алыу өсөн 12 миллион һум аҡса бүленгән.
- Ирекле көрәш һәм грэпплинг буйынса бөтәһе 14 келәм бар. Бер үк ваҡытта уларҙа 100-гә яҡын бала күнекмәләр үтә ала. Улар менән бушлай һигеҙ тренер эшләйәсәк. Буласаҡ Олимпия чемпиондарын әҙерләр өсөн бөтә шарттар бар, -тине Алексей Бятиков.
Республика Башлығы кейем алмаштырыу бүлмәләрен, күнекмәләр һәм көрәш залдарын ҡараны, бөгөнгө ирекле стилдә һәм грек-рим көрәше буйынса Олимпия чемпиондары - Өфөлә үткән Рәсәй чемпионаты ҡатнашыусылары һәм ҡунаҡтары менән аралашты. Иртәгә улар йәштәргә оҫталыҡ һабаҡтары бирәсәк.
Көрәш буйынса күп тапҡыр Европа һәм донъя чемпионы, Рәсәй спортсылар союзы президенты Давид Мусульбес Башҡортостан етәксеһенә спортҡа иғтибары өсөн рәхмәт белдерҙе һәм уға Союздың Рәхмәт хатын тапшырҙы.
Башҡортостан Башлығы спортсыларҙы һәм уларҙың тренерҙарын 2024 йылда Көрәш һарайын асыуҙа ҡатнашырға саҡырҙы.
- 18 келәмле өс көрәш залы, универсаль спорт-концерт залы булып, унда төрлө кимәлдәге турнирҙар үткәрергә мөмкин буласаҡ. Шулай уҡ "Мәктәптәргә - спорт көрәше" программаһын үҫтерәбеҙ, ул республиканың 83 мәктәбенә индерелде, быйыл уларҙың һанын 100-гә еткерәбеҙ. Йәштәрҙең оҫта, физик яҡтан ныҡлы булыуы мөһим, - тине Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе йәш көрәшселәр менән аралашып, уларға уңыштар теләне һәм яңы көрәшселәр үҙәгенең почетлы ҡунаҡтары китабында яҙыу ҡалдырҙы.
Р. Хәбиров социаль селтәрҙә лә яңы асылған Ирекле көрәш һәм грэпплинг үҙәгенән фотолар менән бүлешеп, яҙма ҡалдырҙы. "Бында күнекмәләр бушлай була, тип хәл иттек. Ошондай үҙәктәрҙе бөтә республика буйлап асасаҡбыҙ. Беҙҙең балалар көслө, спорт яратыусан һәм сәләмәт булып үҫергә тейеш", - тип яҙҙы ул.
Сығанаҡ: БР Башлығы сайты, социаль селтәрҙәге сәхифәһе.