Спорт һәм туризм
9 Февраль 2023, 17:40

Барыһын да овертайм хәл итте!

Бөгөн “Салауат Юлаев” командаһы “Куньлунь Ред Стар” менән осрашты.

Барыһын да овертайм хәл итте!Барыһын да овертайм хәл итте!
Барыһын да овертайм хәл итте!

Бөгөн “Салауат Юлаев” үҙ боҙонда “Куньлунь Ред Стар” менән осрашты. Еңеүҙе овертаймда юлаевсылар яуланы һәм иҫәп 3:2 булды.

Беренсе осорҙоң дүртенсе минутында иҫәпте Данил Алалыкин асты. Тағы 53 секунд үткәс, Артем Пименов командабыҙ “янсығы”на бер мәрәй өҫтәне. Ә овертаймда командабыҙ өсөн еңеүҙе Александр Хмелевски килтерҙе. Ҡаршы яҡ командалағы шайба хужалары – Паркер Фу һәм Зак Лесли.

Фото: “Салауат Юлаев” хоккей клубы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас