Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
11 Февраль 2023, 19:15

Сираттағы еңеү менән ҡыуандырҙылар

Бөгөн “Салауат Юлаев” Континенталь хоккей лигаһы регуляр чемпионатының Фонбеттың 12-се серияһының һуңғы матчында сираттағы еңеүен яуланы

Сираттағы еңеү менән ҡыуандырҙылар
Сираттағы еңеү менән ҡыуандырҙылар

Бөгөн “Салауат Юлаев” Континенталь хоккей лигаһы регуляр чемпионатының Фонбеттың 12-се серияһының һуңғы матчында сираттағы еңеүен яуланы. Юлаевсылар Мәскәү өлкәһенең “Витязь” командаһы менән осрашты.

Был матч беҙҙең команда файҙаһына 4:0 иҫәбе менән тамамланды.

Евгений Тимкин, Александр Хмелевский (ике тапҡыр), Николай Кулемин – гол хужалары.

Шулай итеп, 75 мәрәй туплаған “Салауат Юлаев” командаһы Көнсығыш конференцияһының турнир таблицаһында алтынсы урынды биләй. Әйткәндәй, “Витязь” дә ошондай уҡ урында, тик - Көнбайыш конференцияһында.

Фотолар: “Салауат Юлаев” хоккей командаһы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: