Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
11 Февраль 2023, 18:30

Туризм тармағына өмөттәр ҙур

2023 йылда республика “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты сиктәрендә федераль бюджеттан 552 миллион һум аласаҡ

Туризм тармағына өмөттәр ҙур
Туризм тармағына өмөттәр ҙур

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә пост ҡалдырҙы. Ул республикала туризмды үҫтереүгә арнала.

“Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министры Максим Решетников Башҡортостанға изге хәбәрҙәр менән килде. Ул 2023 йылда республиканың “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты сиктәрендә федераль бюджеттан 552 миллион һум аласағын раҫланы. Был аҡсалар кемпингтар, автокемпингтар төҙөүгә, пляждар әҙерләүгә, уңайлы туристик мөхитте үҫтереүгә, Өфө марафонын уҙғарыуға йүнәлтелә.

Туризмды үҫтереү хаҡында бөгөн бик ентекле һөйләштек. Үкенескә күрә, Башҡортостан халыҡ араһында бер ҡасан да ысын туристик урын булмаған. Әммә беҙ быны үҙгәртеү өҫтөндә әүҙем эшләйбеҙ. Төбәк сплавтар, шифаханалар менән ассоциацияланды. Әммә мөмкинлектәр – күпкә киңерәк. Беҙҙең ҡеүәтебеҙ ҙур – бай тәбиғәт, ҡыҙыҡлы геологик объекттар, мәҙәни, тарихи, археологик мираҫыбыҙ.

Әле беҙ үҫеш осоронда, әммә биш-алты йылдан республика ил халҡы һәм сит илдәрҙән килгән ҡунаҡтар өсөн ныҡлы, туристик күркәм төбәккә әүерелер, тип ышанам. Федераль коллегалар беҙгә инфраструктура булдырыуҙа ныҡ ярҙам итә, тармаҡҡа ярҙам итеү буйынса төбәк программаларын да үҫтерәсәкбеҙ.

Максим Геннадьевичҡа республикабыҙға иғтибары һәм Башҡортостанда туризмды үҫтереү менән шөғөлләнгән команданы юғары баһалауы өсөн рәхмәт белдерәм”, – тип яҙҙы ул.

Фото: "Бәйләнештә". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: