Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
11 Февраль 2023, 21:45

Туризмды үҫтереү өсөн тәҡдимдәр күп

Республиканың туристик индустрия вәкилдәре нимәләр тәҡдим итә? 

Туризмды үҫтереү өсөн тәҡдимдәр күп
Туризмды үҫтереү өсөн тәҡдимдәр күп

11 февралдә Ишембай районының “Шишки” этнокомплексында Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министры Максим Решетников һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың туристик индустрия вәкилдәре менән осрашты. Көн тәртибендә – биләмәләрҙең йәлеп итеүсәнлеген арттырыу һәм тармаҡ проекттарына ярҙам итеү мәсьәләләре.

Фекер алышыуҙа республика Хөкүмәте ағзалары, профилле министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре, үҫеш институттары эксперттары һәм эшҡыуарҙар ҡатнашты.

Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығы башлығы билдәләүенсә, һуңғы йылдарҙа Башҡортостан туристик инфраструктураны үҫтереү һәм туристарҙы йәлеп итеү буйынса илдә алдынғы урындарҙы биләй.

– Беҙ бөгөн ҡараған “Торатау” геопаркы миҫалында ҡыҫҡа ваҡыт эсендә биләмәнең күркәмлеген һәм уның инвестиция потенциалын күтәрергә мөмкин булыуы күренә, – тине Максим Решетников. – Бынан тыш, милли проект сиктәрендә республика туризмды үҫтереүгә өҫтәмә рәүештә 550 миллион һумдан ашыу федераль аҡса аласаҡ. Был тейешле ғаризаны сифатлы әҙерләгән төбәктең идара итеү командаһының ҡаҙанышы.

Министр 2023 йылдан Рәсәйҙә ҡунаҡхана бизнесын үҫтереүҙе дәртләндереүҙең яңы саралары ғәмәлдә булыуы хаҡында һөйләне. 2023-2024 йылдарҙа модулле отелдәрҙе яҡлау программаһына 8 миллиард һум йүнәлтелә, шулай уҡ ҡунаҡханалар төҙөү өсөн займдар буйынса процент ставкаларын субсидиялау башлана. Бынан тыш, туроператорҙар эшмәкәрлеген өҫтәлгән һалымдан бушатырға ниәтләйҙәр.

– Башҡортостанда отелдәрҙең тәьмин ителеше тотороҡло юғары кимәлдә. Был номер фондын артабан төҙөү өсөн яҡшы потенциал, – тине Максим Решетников. – Ошо йәһәттән ярҙам күрһәтеүгә ғаризаларығыҙҙы көтәбеҙ.

Республика Башлығы үҙ сығышында туризм тармағын комплекслы үҫтереү өсөн көс һалынған эштең төп йүнәлештәре тураһында һөйләне.

– Элек Башҡортостан халыҡ араһында туристик төбәк түгел ине. Шул уҡ ваҡытта беҙҙә уникаль тәбиғәт, тарихи һәм архитектура ҡомартҡылары байтаҡ, – тине Радий Хәбиров. – Бөгөн дә республиканы тәү сиратта халҡыбыҙ өсөн асырға тырышабыҙ, уларҙың күбеһе тыуған яғыбыҙҙың бөтә матурлығын белмәй. Тармаҡҡа инвесторҙар йәлеп итеү өсөн идара итеү командаһының бурысы – тейешле инфраструктура булдырыу.

Республика етәксеһе төп транспорт маршруттарында 1,9 меңдән ашыу туристик билдә һәм күрһәткес ҡуйыуҙары хаҡында һөйләне. Юл буйы сервисына ярҙам итеү программаһы уңышлы тормошҡа ашырыла. Башҡортостан Башлығы оло йәштәгеләр өсөн “Башҡортостанда оҙон ғүмер” һәм йәштәр өсөн мәктәп туризмы республика проектының һөҙөмтәлелеген юғары баһаланы.

Биләмәләрҙең туристик йәлеп итеүсәнлеген күтәреүҙә ҙур тәбиғи-тарихи объекттар ҙа ҙур әһәмиәткә эйә. 2022 йылдың июлендә Бөрйән районында “Шүлгәнташ” музей комплексы асылды. Тағы ла бер ҙур проект – Шишмә районында Евразия күсмә цивилизациялар музейын төҙөү. Уның эргәһендә бик күп туристик-рекреацион майҙансыҡтар барлыҡҡа киләсәк. Быйыл уҡ музей биләмәһендә майҙаны 200 квадрат метрлыҡ визит-үҙәк төҙөлә.

Тәбиғәт объекттарын һаҡлау өсөн төбәктә геопарктар үҫтерелә. Шуларҙың береһе – “Янғантау” – Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып һәм постсовет киңлегендә ЮНЕСКО-ның глобаль геопарктар селтәренә инде.

– Биш-алты йылдан һуң үҫеш фазаһын үтербеҙ һәм илебеҙҙә йәшәүселәр өсөн ныҡлы туристик төбәк булырбыҙ тип ышанам. Әлбиттә, Башҡортостанды хеҙмәттәшлек менән ҡыҙыҡһынған сит ил партнерҙарына асырға әҙербеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Республикабыҙҙың Беларусь һәм Үзбәкстан менән үҙ-ара эш итеүе ошондай тәүге тәжрибә булды.

Осрашыуҙа ҡатнашыусылар диалог форматында туриндустрияны үҫтереү буйынса тәҡдимдәрҙе һәм тармаҡ башланғыстарына ярҙам итеү сараларын тикшерҙе.

Республиканың беренсе вице-премьеры – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов Әбйәлил, Белорет һәм Бөрйән райондары биләмәһендә “Урал” ҙур туристик-рекреацион зона булдырыу проекты хаҡында һөйләне. Шуның менән бергә 2030 йылға тиклем дөйөм суммаһы 1 миллиард һумдан ашыулыҡ инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашырырға әҙер потенциаль резиденттар пулы бар. Вице-премьер билдәләүенсә, күләмле проектты тормошҡа ашырыу сиктәрендә был зона биләмәһендә бик күп глэмпингтар һәм башҡа объекттар урынлаштырырға мөмкин. Туристик ҡеүәтте тулы кимәлдә тормошҡа ашырыу өсөн автомобиль юлдары төҙөүҙе һәм ремонтлауҙы, инженер селтәрҙәрен һуҙыуҙы дауам итергә кәрәк. Был йәһәттән федераль ярҙам кәрәк.

Максим Решетников туристик-рекреацион зона ойоштороуға һәм уға булышлыҡ итеүгә заявканы федераль кимәлдә ҡарарға тәҡдим итте.

“Торатау” геопаркы” фән, мәғариф, экология, мәҙәниәт һәм туризм үҙәге директоры Артур Иҙелбаев республикалағы геопарктарҙы артабан үҫтереү буйынса тәҡдимдәр менән таныштырҙы. Улар иҫәбендә – яңы визит-үҙәктәр төҙөү, Торатау эргәһендә таш музейын булдырыу, ә “Янғантау” геопаркы биләмәһендә – “Мәсетле” геологик комплексы, “Каруанһарай” этнографик үҙәге һәм Башҡортостандың халыҡ геройының тыуған төйәгендә “Салауат ере” комплекслы проекты.

Артур Иҙелбаев Рәсәйҙең милли геопарктар селтәрен һәм геопарктар буйынса федераль комиссия булдырыуҙы көнүҙәк тип иҫәпләй. Шул уҡ ваҡытта Башҡортостан илдең геопарктарын үҫтереү буйынса йыл һайын үткәрелеүсе форум майҙансығы булыуы ихтимал.

Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министры тәҡдимдәрҙе хупланы.

– Башҡортостанда геопарктар ойоштороу һәм уларҙы үҫтереү буйынса яҡшы тәжрибә тупланған да инде. Беҙ ошо биләмәләрҙе булдырыу һәм һаҡлау буйынса системалы алымды хуплайбыҙ. Башланғыстарҙы илдең Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы етәкселеге менән тикшерәсәкбеҙ, – тине Максим Решетников. – Тәбиғәт һәм туризмдың айыҡ балансын табыу мөһим. Бындай эштең мөмкин булған форматтарын уйларға кәрәк.

Республиканың Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин “Шүлгәнташ” тарихи-мәҙәни комплексы һәм Евразия күсмә цивилизациялар музейы проекттарын тормошҡа ашырыу тураһында ентекле һөйләне. Ошо үҙенсәлекле объекттар бик күп туристарҙы йәлеп итә ала. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2023 йылдың февраль башында Башҡортостан Башлығы Евразия күсмә цивилизациялар музейы объекттары комплексын булдырыуҙың юл картаһын әҙерләргә ҡушҡайны. Документты яҡын арала тикшереү күҙаллана.

Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар Беларусь Республикаһына сәфәрҙәр ойоштороуҙың бюрократик шарттарын ябайлаштырырға тәҡдим итте. Максим Решетников, Беларусь Республикаһына күсмә туризм менән шөғөлләнгән Рәсәй туроператорҙары өсөн страховка түләүҙәре һәм финанс тәьминәте суммаһын кәметеү тураһындағы тәҡдимде ҡарарға кәрәк, тип ризалашты.

Халыҡ-ара хеҙмәттәшлек яҡшы темптар менән үҫешә, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.

– Беларусь - беҙҙең партнёрыбыҙ, унда уникаль тәбиғәт, һоҡланғыс кешеләр, бик күп тарихи-патриотик объекттар, – тине Радий Хәбиров. – Беҙҙә бик күп уртаҡ проекттар бар.

Тағы ла бер нисә тәҡдим – ауыл халҡы өсөн туризмды яҡлау программаһын формалаштырыу һәм ваҡиғалар туризмын үҫтереү тураһында. Төбәк башлығы бындай мөмкинлекте өйрәнергә ҡушты.

– Был бик актуаль мәсьәләләр буйынса һөҙөмтәле ярҙам саралары кәрәк. 2023 йылда беҙ мәҙәни саралар – байрамдар, фестивалдәр уҙғарыу өсөн һәр муниципалитетҡа 500-шәр мең һум бүлдек, – тип өҫтәне Радий Хәбиров.

Осрашыу һуңында Максим Решетников республика етәкселегенә һәм эшҡыуарлыҡ берләшмәһенә Башҡортостанды илдең туристик баҙарында танытыу буйынса әүҙем позициялары һәм уртаҡ тырышлыҡтар өсөн рәхмәт белдерҙе.

– Тармаҡты үҫтереүгә етди ҡарауығыҙҙы күрәбеҙ. Бергәләп эшләйәсәкбеҙ, – тине министр.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: