Спорт һәм туризм
13 Февраль 2023, 16:10

Инвесторҙарға тәҡдим әйтелде

Ул Өфө ҡалаһының Дим биҫтәһе менән бәйле.

Инвесторҙарға тәҡдим әйтелдеИнвесторҙарға тәҡдим әйтелде
Инвесторҙарға тәҡдим әйтелде

Башҡортостан Республикаһының Үҫеш корпорацияһы инвесторҙарға Өфө ҡалаһының Дим биҫтәһендә физкультура-һауыҡтырыу үҙәген булдырыуҙы күҙаллаған яңы тәҡдим әйтте. Инвестор проектты ҡала хакимиәте менән концессия килешеүен төҙөгәндән һуң тормошҡа ашыра ала. 

- Физкультура-һауыҡтырыу комплексын урынлаштырыу өсөн ике майҙансыҡ тәҡдим ителгән. Беренсеһенең дөйөм майҙаны - 7200 квадрат метр һәм боҙ аренаһы, көрәш төрҙәре өсөн залдар, тренажерҙар, мини-футбол һәм баскетбол күнекмәләре өсөн залдар булған ике ҡатлы төҙөлөштө күҙаллай. Иҫәпләүҙәргә ҡарағанда, проект бюджеты 613,2 миллион һум тәшкил итә. Икенсе майҙанда инвестор дөйөм майҙаны 3035 квадрат метр тәшкил иткән, көрәш, өҫтәл теннисы, шулай уҡ тренажерҙар һәм универсаль спорт залдары булған физкультура-һауыҡтырыу комплексын төҙөй ала. Был осраҡта проект бюджеты 213,7 миллион һум тәшкил итәсәк, - тип белдерҙе Башҡортостан Республикаһының Үҫеш корпорацияһы генераль директоры Наил Ғәббәсов.

Концессия килешеүе шарттарына ҡарағанда, Өфө ҡалаһы хакимиәтенә ҡараған ер участкаһы инвесторға ҡуртымға аҙаҡ килем алыу өсөн физкультура-һауыҡтырыу үҙәген төҙөү йәки үҙгәртеп ҡороу өсөн бирелә.

Әйткәндәй, быға тиклем Үҫеш корпорацияһы Өфөнөң төрлө райондарында физкультура-һауыҡтырыу үҙәктәрен үҙгәртеп ҡороуҙы йәки төҙөүҙе күҙаллаған алты инвестиция проектын презентациялағайны.

Фото: pravitelstvorb.ru/news/20166/

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас