Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
15 Февраль 2023, 23:00

Бирешмә, Родион!

Бөгөн алышҡан ике команданы бер маҡсат берләштерҙе...

Бирешмә, Родион!
Бирешмә, Родион!

Бөгөн “Салауат Юлаев” командаһы “Авангард” менән осрашты. Был ике команданың матчы бик үҙенсәлекле үтте. Уйындан бигерәк, хоккейсыбыҙ Родион Әмировҡа терәк булыу ине уларҙың ниәте. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормош беҙ теләгәнсә генә бармай шул, төрлө һынау-сирҙәр һағалай...

Февраль башында Яман шеш сирҙәренә ҡаршы көрәш билдәләнә. Үкенескә күрә, Ишембай егете - “Салауат Юлаев”тың һөжүм итеүсеһе Родион Әмиров баш мейеһе яман шеше менән көрәшеүен дауам итә. Шуға ике командалар осрашыуының төп маҡсаты һәләтле форвардҡа ярҙам итеү ине. Ике команда ла тотҡан йөрәк һүрәте эсендә Родиондың номеры яҙылғайны: 27.

Клубтарҙың рәсми партнерҙары - Fonbet компанияһы – ике команда менән берлектә яман шеш менән көрәшкән балаларға ярҙам итә. Һәм ул Өфөләге “Юғалтыуҙарға - юҡ” һәм Омск өлкәһе балалар клиник дауаханаһына 500-әр мең һум күсерәсәк.

“Салауат Юлаев” файҙаһына 1:3 иҫәбе менән тамамланған матч бөгөн хоккейсыларҙың боҙҙа – көнәркәшсе, ә ғәҙәти тормошта барлыҡ командаларҙың һәм көйәрмәндәрҙең ҙур, татыу ғаилә кеүек икәнлеген тағы бер тапҡыр раҫланы.

Беҙ иһә Ишембай егете Родион Әмировҡа тиҙерәк һауығыуын теләйбеҙ. Барыһы ла яҡшы булһын, бирешмә, Родион! Спортсылар һәм спорт һөйөүселәр һинең менән.

Фото: “Салауат Юлаев” хоккей клубы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: