Билдәле спортсы, фигуралы шыуыу буйынса олимпия чемпионы Роман Костомаровтың ауыр сир менән көрәшеүе тураһында хәбәр иткәйнек.
Ғинуар башында пневмония сәбәпле реанимацияға эләккән спортсы әле һаман ғүмере өсөн көрәшә. Хәле насарланғас, Роман Костомаровты ЭКМО аппаратына тоташтырғайнылар. Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, унда сепсис башлана һәм ҡан тамырҙары эшмәкәрлеге боҙолоуы күҙәтелә. Ошо сәбәпле ҡулдарындағы һәм аяҡтарындағы күҙәнәктәре үлә башлай.
Һөҙөмтә аяныслы, некроз артабан дауам итмәһен өсөн уның ике аяғының да табанын ҡырҡҡандар. Табиптар спортсының ҡулдарын һаҡларға тырышты, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошо көндәрҙә йәнә насар хәбәр килде: Костомаровтың ике ҡулын да суғынан ҡырҡҡандар.
Операциянан һуң, кисә төндә уның хәле тағы ҡырҡа насарлана. Һул үпкәһендә фиброз барлыҡҡа килгән, ул үҙаллы тын ала алмай. Шуға күрә уны тағы яһалма кома хәленә индергәндәр.
Рәсәй матбуғат саралары хәбәр итеүенсә, операцияларға ҡарамай, сепсистың артабан да үҫешеү хәүефе бар.
Билдәле спортсының һауығыуын теләйбеҙ.
Фото: championat.com