+14 °С
Болотло
Рыбинскиҙа шорт-трек буйынса Рәсәй Кубогы финалы тамамланды. Баш ҡалабыҙҙан Семен Елистратов Рәсәй Кубогына ярыштарҙа еңеүсе тип танылды.
“Семенды юғары һөҙөмтә, матур ҡаҙаныштары менән ҡотлайым! Һис һүҙһеҙ, республиканың Спорт министрлығының 100 йыллығында – мөһим еңеү”, – тип хәбәр итте социаль селтәрҙәге сәхифәһендә республиканың спорт министры Руслан Хәбибов.
Шулай итеп, 1500, 3000 метр арауыҡтарҙа Семен – беренсе, 500 метр арауыҡҡа ярыштарҙа – өсөнсө, 1000 метр арауыҡҡа бәйгелә икенсе булып килде.
Айһылыу НИЗАМОВА