Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
17 Февраль 2023, 15:15

Ишембай ҡунаҡтарҙы ҡабул итә

Унда спорт буйынса республика коллегияһы бара

Ишембай ҡунаҡтарҙы ҡабул итә
Ишембай ҡунаҡтарҙы ҡабул итә

Ишембай районы хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә районда барған ҙур спорт сараларын телгә алды.

“Ишембай ҡунаҡтарҙы ҡабул итә. Беҙҙә спорт буйынса республика коллегияһы уҙғарыла. Программа сараларға бай. “Ишембай-Арена”ла хоккей буйынса “Алтын шайба” бөтә Рәсәй ярыштары үтә. Кисә район хакимиәтенең йыйылма командаһы республика ҡала һәм район хакимиәттәренең йыйылма командаһы менән хоккей буйынса иптәштәр матчы ойошторҙо. Бөгөн пленар ултырыштан һуң ҡунаҡтарға ҡайһы бер спорт объекттарын күрһәтәбеҙ”, – тип яҙған ул.

Фото: vk.com/id584931685

Сығанаҡ: vk.com/id584931685

Ишембай ҡунаҡтарҙы ҡабул итә
Ишембай ҡунаҡтарҙы ҡабул итә
Ишембай ҡунаҡтарҙы ҡабул итә
Ишембай ҡунаҡтарҙы ҡабул итә
Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: