Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
17 Февраль 2023, 09:16

Ябай ғына өлкә түгел ул...

76 чемпион һәм призлы урын яулаусы тәрбиәләнгән.

bash.news
Фото:bash.news

Спорттың тәғәйенләнеше бик ҙур: ул, һәммәһен дә сәләмәт тормошҡа ылыҡтырып, кешене сыныҡтырып, хеҙмәткә дәртләндереп кенә ҡалмай, айырым төбәктең данын да барлыҡ ҡитғаларға тарата. Төрлө халыҡ-ара ярыштарҙа еңеү яулаған спортсылар бына ошондай ҙур ҡеүәткә эйә.

Башҡортостанда ла был өлкәгә етди иғтибар бүленә. Күптән түгел республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров рәйес­легендәге кәңәшмәлә “Башҡортос­тан Республикаһында мәғариф үҫеше” дәүләт программаһына, айырым алғанда, муниципаль берәмектәргә спорт субсидияларын биреүгә үҙгәрештәр индереү мәсьәләһе тураһында кәңәшмә булды.

– Ауыл ерендәге мәктәптәрҙә физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн шарттар тыуҙы­рыу – Хөкүмәт эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең бере­һе. Был программала республика 2014 йылдан ҡатнаша. Федераль бюджеттан 319 миллион һум йәлеп ителгән, 68 миллион һум тирәһе республика бюджетынан бүленгән. Бындай сараларҙы тормошҡа ашырыу өсөн аҡсаны, ҡағиҙә булараҡ, муниципалитеттар бүлә, – тип белдерҙе Андрей Назаров.

Профилле дәүләт программа­һына үҙгәрештәр тураһында рес­пуб­ликаның мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин һөйләне. Ул хәбәр итеүенсә, министрлыҡ һигеҙ йыл, “Мәғариф үҫеше” дәүләт программаһына ярашлы, ауыл мәктәптәрендә физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн сараларҙы ойоштора. Һөҙөмтәлә 2014 – 2022 йылдарҙа 503 спорт залы ремонтланған, 38 мәктәптә аудиториялар спорт залдарына яраҡлаштырылған, 503 ҡоролма йыһазландырылған, 244 спорт клубы ойошторолған.

Быйыл мәктәптәрҙә балаларҙың физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеүе өсөн матди-техник база яңыртыласаҡ. Был маҡсатта федераль бюджеттан 25 миллион һум тирәһе аҡса бүленгән. 43 мәктәптә спорт залын кәрәк-яраҡ, ҡорамалдар менән йыһазланды­рыу планлаштырыла. “Башҡортос­тан Республикаһында мәғариф үҫеше” дәүләт программаһына үҙгәрештәрҙе индереү тураһында­ғы ҡарар проектын тормошҡа ашырыу дәрестәрҙән тыш ваҡытта балаларҙың белем биреү ойошмаларында физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеүсе уҡыусылар һанын арттырыуға булышлыҡ итәсәк.

Мәсьәләне ҡарауҙы тамамлап, Андрей Назаров мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажиндың тәҡдимен хупларға һәм ҡарарҙы ҡабул итергә тәҡдим итте.

Сарала шулай уҡ спорт өлкә­һендәге юғары ҡаҙаныштары өсөн спортсыларға һәм уларҙың тренер­ҙарына ярҙам саралары тураһында ла һөйләштеләр.

– Йыл һайын спортсыларыбыҙ республикабыҙҙың юғары спорт абруйын раҫлай. Былтыр ғына 19 спортсыға "Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры” исеме бирелде, 128 спортсы "Рәсәйҙең спорт мастеры" тип танылды, ике спортсы “Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры” исеменә лайыҡ булды. Арҙаҡлы спортсылар – үҫеп килгән быуын вәкилдәре өсөн асыҡ миҫал. Улар карьераһын дауам итәме йәки тамамлаймы – мөһим түгел. Был – ысын рух менән хо­лоҡто символлаштырған кешеләр, – тине Андрей Назаров. Баш­ҡортос­тандың спорт министры Рус­лан Хәбибов былтыр 18 йәшкә тиклемге юғары спорт һөҙөмтәһен күрһәткән 222 спортсының спорт стипендияһы алыуы хаҡында әйтте. Быйыл 231 спортсыға стипендия тәғәйенләнгән, түләүҙәр өсөн 34,4 миллион һум бүленгән.

Быйыл спортсылар финанс йәһәттән ярҙам маҡсатында Спорт әҙерлеге һәм яңы барлыҡҡа килгән Адаптив спорт үҙәктәренә эшкә урынлаштырыласаҡ. 2022 йылдан 47 Спорт әҙерлеге үҙәгендә эш­ләйҙәр ҙә инде, быйыл 68 кеше Адаптив спорт үҙәгенә урынлаш­тырыласаҡ, 53 кеше эш менән тәьмин ителгән, тағы 15-е документтарын әҙерләй.

Кәңәшмәлә тренерҙарға ярҙам саралары тураһында ла һөй­ләштеләр.

– Республика спортсыларының Олимпия, Паралимпия һәм Сурд­лимпия хәрәкәттәрендә ҡатнашы­уының барлыҡ тарихында тренер­ҙарыбыҙ 76 чемпионды һәм призлы урын яулаған спортсыны әҙерләне. Тренерҙар составын һаҡлап ҡалыу мөһим. Бының өсөн барлыҡ кимәлдә ярҙам итеүҙең комплекслы системаһын формалаштырабыҙ, – тип белдерҙе Андрей Назаров.

Башҡортостан – Рәсәйҙең 2020 йылдан “Ауыл тренеры” проекты тормошҡа ашырылған беренсе төбәге. Ул республика райондарына белгестәрҙе йәлеп итеү өсөн барлыҡҡа килгән. Был проект нигеҙендә 104 тренер 600-әр мең һум аҡса алды. Хәҙер был тәжрибә Рәсәйҙең 24 төбәгендә ҡулланыла. 2023 йылдан түләүҙәр 1 миллион һум тәшкил итә. Бынан тыш, спортсыларға һәм уларҙың тренер­ҙарына өлгәшелгән һөҙөмтәләре өсөн матди дәртләндереү ҡарал­ған, тип хәбәр итте Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

Ошо көндәрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров юғары ҡаҙаныштар спортына һиҙелерлек өлөш индергән спортсыларға һәм тренерҙарға дәүләт спорт стипен­дияһы тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Спорт министрлығына Финанс министрлығы менән берлектә йыл һайын бирелгән спорт премияһы положениеһын раҫларға, финаслау сығанаҡтарын һәм күләмен асыҡ­ларға ҡушты.

Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас: