“Салауат Юлаев” хоккей клубының баш тренеры Виктор Козлов ошо көндәрҙә тыуған көнөн билдәләне. Ә юлаевсылар иһә остаздарына бына тигән бүләк яһаны – улар “Сочи” командаһы менән уңышлы уйнағандан һуң плей-офҡа сыҡты. Быға 4:1 иҫәбе менән тамамланған матч юл асты.
Былтыр майҙа Виктор Козлов командабыҙҙың баш тренеры итеп тәғәйенләнгәйне. Быға тиклем баш тренер Томи Ламсаның ярҙамсыһы ине. Ә ул һәм легионерҙар Джефф Плэтт, Маркус Гранлунд, Сакари Маннинен, Юха Метсола, Теему Хартикайнен һәм Филип Ларсен тыуған илдәренә ҡайтты.
2020 йылдан тренерҙар клубында булған Виктор Козлов юлаевсыларҙың үҙҙәренең генә лә еңеү яулаясағына ышанысты уятты.
Айһылыу НИЗАМОВА