

Бөгөн, 18 февралдә, Стәрлетамаҡта көрәш буйынса беренселек үтте. Турнир Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов иҫтәлегенә арналды.
Конкурс башланыр алдынан “Стәрлетамаҡ-Арена” фойеһында турнирҙа ҡатнашыусылар һәм тамашасылар өсөн күргәҙмә ойошторолдо, экспозицияла Бөйөк Ватан һуғышы экспонаттары һәм яугирҙәрҙең шәхси әйберҙәре ҡуйылғайны.
Сараны асыу тантанаһында Рәсәй Геройы, генерал-майор Сергей Тулин: “Шайморатов батырлыҡ, ҡыйыулыҡ һәм ныҡышмаллыҡ өлгөһө булып тора. Барлыҡ был сифаттар конкурста ҡатнашыусыларға ла хас”, – тип билдәләне.
Башҡортостан беренселегендә 2005-2006 йылғы, 2007–2008 йылғы, 2009-2010 йылғы үҫмерҙәр араһында иң яҡшы көрәшселәр һайлап алынды. Бәйгелә республиканың 20-нән ашыу ҡала һәм районынан иң көслө командалар ҡатнашты. Еңеү өсөн бөтәһе 400-ҙән ашыу спортсы көс һынаша.
Шуны ла әйтергә кәрәк, Өфөлә грек-рим көрәше буйынса Рәсәй чемпионаты үтте. Бындай ярышты республика беренсе тапҡыр ҡабул итте. Бынан тыш, Өфөлә спорт көрәше өсөн яңы зал асылды. Уны асыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Рәсәй көрәш федерацияһы президенты, олимпия чемпионы Михаил Мамиашвили ҡатнашты.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: Башинформ.