Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
19 Февраль 2023, 18:00

Еңеүҙе беҙҙең спортсы яуланы!

Ә саңғыһы Александр Логиновтыҡы ине...

Еңеүҙе беҙҙең спортсы яуланы!
Еңеүҙе беҙҙең спортсы яуланы!

Пермь крайының Чайковский ҡалаһында ир-егеттәр араһында 15 километр арауыҡҡа масс-старт тамамланды. Ул биатлон буйынса Рәсәй кубогына ярыштарҙың алтынсы этабы сиктәрендә үткәрелде.

Был ярыштарҙа 159 мәрәй туплаған Антон Бабиков еңеүсе тип танылды. Sports.ru хәбәр итеүенсә, ул барыһына ла - тренерҙарға, табиптарға һәм башҡаларға рәхмәтен белдерҙе. "Саңғы Логиновтыҡы ине: уға ла рәхмәт", - тине биатлонсы.  Икенсе урында – Новосибирск өлкәһенән Роман Еремин. Өсөнсөлә – Кәрим Хәлили.

1. Антон Бабиков (Башҡортостан) – 37.41,3 (2).

2. Роман Ерёмин (Новосибирск өлкәһе) +7,6 (2).

3. Сәид Кәримулла Хәлили (Мәскәү) +19,0 (2 тапҡыр сәпкә яҙа атыу).

Фото: https://vk.com/wall-34082938_36098

Еңеүҙе беҙҙең спортсы яуланы!
Еңеүҙе беҙҙең спортсы яуланы!
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: