Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко РФ Хөкүмәте Рәйесе Михаил Мишустинға 2024 йылда Ҡазанда үткәреләсәк “Киләсәк уйындары” тип исемләнгән фиджитал-спорт буйынса халыҡ-ара турнирҙы үткәреүгә әҙерлек тураһында бәйән итте.
Оператив кәңәшмәлә Михаил Мишустин халыҡ -ара турнирҙың Президент указы менән уҙғарылыуын билдәләне. Уға әҙерлек өсөн 2023 йылда Хөкүмәт 1,8 миллиард һум тирәһе, 2024 йылда яҡынса 3,5 миллиард һум аҡса йүнәлтәсәк. Шулай уҡ шәхси инвестициялар ҙа йәлеп ителәсәк.
Дмитрий Чернышенко ярыштарҙың датаһы тураһында ла хәбәр итте. Ул 2024 йылда 23 февралдән алып 2 мартҡа тиклем барасаҡ. Ярыштарҙа төрлө илдәрҙән 256 команданан ике меңдән ашыу кеше ҡатнашасаҡ.
фото: matchtv.ru