Спорт һәм туризм
22 Февраль 2023, 07:30

Барығыҙ ҙа хоккейға!

Сара иртәгә сәғәт 9-ҙа башлана.

Барығыҙ ҙа хоккейға!Барығыҙ ҙа хоккейға!
Барығыҙ ҙа хоккейға!

Өфөлә балалар һәм үҫмерҙәр командалары араһында “Ихата лигаһы” ҡала хоккей турнирының финалы үткәрелә.

Сара беренсе тапҡыр 2013 йылда ойошторолған. Проекттың авторы һәм кураторы – Павел Васильев. Был турнир һәр ваҡыт төрлө йәш вәкилдәрендә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Былтыр “Эксперт-диагностикалау лабораторияһы” үҫеш үҙәге “Ихата лигаһы”на ҡушылды. Ул еңеүсе команда өсөн бер тулы комплект алыуға ҡала грантына эйә булғайны.

Турнирҙың һайлап алыу һәм финал этаптары бар. Ғинуар – февраль айҙарында үткәрелгән финал этаптарында 10-12  һәм 13-14 йәшлектәр төркөмдәрендә 400-ҙән ашыу бала ҡатнашты.

Ярыштарҙың маҡсаты – балаларҙа, үҫмерҙәрҙә һәм уларҙың ғаилә ағзаларында сәләмәт тормошҡа ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу, спорттың ихата төрҙәренең абруйын күтәреү.

Финал уйындары иһә 23 февралдә түбәндәге адрес буйынса үткәрелә: Өфө ҡалаһы, 3әки Вәлиди урамы, 3-сө йорт. Сара сәғәт 9-ҙа башлана, 14-30 сәғәттә бүләкләү тантанаһы була.

Был проект Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы гранты аҡсаһына тормошҡа ашырыла.

Фото: ufa.bezformata.com

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас