Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, "Уралда сағыу ял көндәре" проекты сиктәрендә 24 февралдә Өфө станцияһының тимер юл вокзалына ике ҡатлы туристик поезд килде. Уның менән Өфөгә Һамарҙан 235 турист, шул иҫәптән "Белем вагоны" составында мәктәп уҡыусылары ла бар.
Башҡортостандың баш ҡалаһында улар ҡала тарихының иң сағыу биттәре менән танышасаҡ, Башҡортостан Республикаһының Милли музейына бара, уҡсыларҙың һәм ҡурайсыларҙың сығышын ҡарай, шулай уҡ башҡорт аш-һыуҙарынан ауыҙ итә аласаҡ. Артабан поезд туристарҙы Екатеринбургҡа алып бара, унда оҡшаған экскурсия программаларының һәр береһен һайлап алырға мөмкин буласаҡ.
Уралдың баш ҡалаһына ике ҡатлы туристик поезда Өфөнән 50 турист юллана, улар араһында 18 уҡыусы бар. Уҡыусылар өсөн тур сиктәрендә төбәктәрҙә махсус экскурсия программаһы һәм юлда интерактив-танып белеү программаһы әҙерләнгән. Поезд составында - кондициялау системалары, экологик яҡтан таҙа бәҙрәф комплекстары, шулай уҡ гаджеттар зарядкаһы өсөн розеткалар менән йыһазландырылған вагон-ресторан, купе һәм СВ категорияһындағы ике ҡатлы уңайлы вагондар. Турҙарҙы ойоштороу һәм бронләү буйынса мәғлүмәтте "Рәсәй тимер юлдары" асыҡ акционерҙар йәмғиәте сайтында "Рәсәй тимер юлдары менән туризм" бүлегендә, шулай уҡ "ФПК" акционерҙар йәмғиәтенең Куйбышев филиалы Сервис үҙәге телефоны буйынса алырға мөмкин: 8-800-201-74-22.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.