25-26 февралдә Өфөлә беренсе тапҡыр хәрби сәнғәт гимназиадаһы үткәрелә.
Был проект Башҡортостан Республикаһы Башлығының Гранттары фонды еңеүсеһе булғайны. Сарала хәрби сәнғәт төрҙәре – айкидо, каратэның барлыҡ стилдәре, кикбоксинг, комбат үҙ-үҙеңде яҡлау, ҡул һуғышы, тай боксы, тхэквон-до, ушу – буйынса ярыштар, фестиваль программалары, сығыштар була.
Барлығы 150 тренер, 1200 спортсының ҡатнашыуы көтөлә. Ярыштар һөҙөмтәләре буйынса һөнәри һәм дөйөм белем биреү ойошмалары араһында дөйөм команда иҫәбе үткәрелә һәм еңеүселәргә кубоктар тапшырыла.
Айһылыу НИЗАМОВА