Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
24 Февраль 2023, 15:25

Ишембай амазонкаһы Зөһрә

Уҡтан атыу серҙәрен өйрәтә.

Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Башҡорт уҡ биатлоны тигән спорт төрө тураһында гәзит уҡыусыларҙың күбеһе беренсе тапҡыр ишетәлер, моғайын. Шуныһы үҙенсәлекле: донъя­ла бындай ярышҡа оҡшаш башҡа бәйгеләр юҡ. Өфөлә үткәрелгән спорт сараларының береһендә – “Terra Zima” ҡышҡы фестивале ваҡытында – ойошторолған  ҡышҡы һабантуйҙа башҡорт уҡ биатлонында Ишембай ҡалаһынан 2-се башҡорт гимназия-интернатының башланғыс класс уҡытыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре Зөһрә Сәфәрғолова ҡатын-ҡыҙҙар араһында беренсе урынды яуланы. 

– Башҡорт уҡ биатлоны – үҙенсәлекле һәм ҡатмарлы спорт төрө. Уның шарттарына ярашлы, милли кейем, быйма кейгән ҡатнашыусылар тейешле араны һунар саңғыһында таяҡһыҙ үтеп, 3D форматын­дағы йәнлек һындарына уҡтан атып тейҙерергә тейеш. Быйыл сәп урынына ҡондоҙ, һеләүһен һәм ҡабан сусҡаһы булды, – тип сара тураһындағы тәьҫораттарын ихлас уртаҡлашты Зөһрә Сәфәрғолова.

Яҡташыбыҙ был сарала икенсе тапҡыр ҡатнашҡан.

– Башта беренселекте яулауыма ышанманым, сөнки ҡатнашыусылар араһында йәштәр күп ине. Бөтәһе 1,5 километр үтергә һәм алты уҡты алты рубежда атырға тейеш инек. Әгәр ул теймәй икән, штрафлы 20 секунд ваҡыт өҫтәлә. Минең уҡтарҙың береһе генә сәпкә теймәне. Был еңеүемә йәштән үк “Буревестник” кеүек студент саңғы ярыштарында ҡатнашыуым ярҙам иткәндер, тип уйлайым, – ти Зөһрә Фәтҡулла ҡыҙы.

Быйыл башҡорт уҡ биатлонына көс һынашырға Өфө ҡалаһы һәм районынан, Учалы, Белорет, Дәүләкән, Әбйәлил район­дарынан килгәндәр. Әмәлгә ҡалғандай ҡар еүеш була, ауыр һунар саңғыһы шыумай, аяҡҡа көс төшә, әлбиттә, бындай шарттар ҡатын-ҡыҙ өсөн бигерәк ҡатмарлы.

Зөһрә апай менән әңгәмәләшкәндә боронғо грек тарихсыһы Геродоттың Рифей, йәғни Урал тауҙарында көн күргән ҡәби­ләләр, атта сапҡан, уҡтан атҡан амазонкалар тураһында яҙып ҡалдырғанын иҫкә төшөрҙөм. Шуға унан: “Был спорт төрөнә нисек килдегеҙ?” – тип ҡыҙыҡ­һынмайынса булдыра алманым.

– Өфөлә ҡыҙым Алһыу Юлай Ғәлиул­линдың “Мәргән” хәрәкәтенә тәүгеләрҙән булып йөрөй башланы, уҡтан атырға өйрәнде. Балаларым –  Алһыу ҡыҙым да, улым Салауат та – кәңәшселәрем, идея биреүселәрем. Шул саҡ, ҡыҙыма эйәреп, мин дә дәртләнеп киттем, – ти Зөһрә Фәтҡулла ҡыҙы. – 2017 йылда Юлай Ғәлиуллинды, Артур Батыршинды һәм Алһыу Кинйәбаеваны 2-се башҡорт гимназия-интернатына класс сәғәтенә саҡырҙым. Өфө ҡунаҡтары балаларҙы һәм уларҙың ата-әсәһен уҡ атыу серҙәренә өйрәтте, оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте. Саранан бөтәһе лә ҡәнәғәт ҡалды. Ошо көндән алып мин йәш уҡсылар түңәрәген ойошторорға булдым. Гимназия директоры беҙгә күнекмәләр өсөн спорт залын бирҙе.

Зөһрә Сәфәрғолованың аңлатыуынса, бөтә донъяла уҡ атыусылар талаптар буйынса милли кейемдә сығыш яһарға тейеш. Сәхнә кейеме бармай, уны тик тарихи тәбиғи материалдан ғына әҙерләргә кәрәк.

– Шулай итеп, тәүге йылда ата-әсәләр менән берлектә малайҙарға һәм ҡыҙҙарға милли кейемдәр тектек. Тәрбиәләнеү­селәрем республика кимәлендә беренсе-икенсе һәм призлы урындарға лайыҡ була башланы. Бүләкләү фондының яртыһы беҙҙең уҡыусыларҙыҡы, тиһәң дә була. Икенсе йылына тағы “һә” тигәнсе балалар төркөмө йыйылды, был юлы малайҙарға шәкерттәр костюмы тектек, – ти Зөһрә апай. – Әйткәндәй, был өлкәлә Алһыу ҡыҙымдың ярҙамы ҙур. Өфөлә уның “Сихәт” тип аталған оҫтаханаһы бар – ул тап башҡорт милли кейемдәрен тергеҙеү һәм тегеү менән шөғөлләнә. Улар, Артур кейәүем менән халыҡ-ара “Тамға” конкурсында өс йыл рәттән ҡатнашып, еңеүсе булды.

Бөгөн педагог һәм спортсы Зөһрә Сәфәрғолова етәкселегендәге йәш уҡсылар түңәрәгендә барлығы 45 бала күнекмәләр үтә. Бында уларҙың өс категорияһы билдәләнгән: 7-9, 10-13 һәм 14-18 йәш­тәрҙәге уҡыусылар шөғөлләнә. Йәш спортсыларҙың яртыһы – бармаҡ, ҡалған яртыһы балдаҡ ярҙамында уҡтан ата. Балдаҡ менән атыу – ҡатмарлы техник алым, күп көс талап итә, ләкин сәпкә тейҙереүҙе дөп-дөрөҫ билдәләй.

Тәрбиәләнеүселәр, йыл һайын “Уғатар” балалар һәм үҫмерҙәр республика фес­тивалендә ҡатнашып, юғары һөҙөмтәләр күрһәтә.

- Айһылыу ВАХИТОВА

Читайте нас: